газета "Салауат"
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Октябрь 2019, 12:12

Күңел йыуанысы табабыҙ

Фәғим Лоҡманов Салауат ҡалаһына алыҫ Саҡмағош районынан килеп төпләнгән. Бөтә ғүмерен йәнтөйәгенә әйләнгән ҡалаға бағышлай хеҙмәт ветераны. Төрлө ерҙәргә эшләгән, иң оҙағы «Салауатбыяла» ойошмаһында хеҙмәт иткән. Хәҙер инде бабайға 82 йәш. «Салауат» гәзитен Фәғим Ғәйнелғим улы бик яратып уҡый. Шуға күрә лә баҫмабыҙға ул тәүгеләрҙән булып килеп яҙылып ҡуя.

- Тыуған яҡтарымды һағынам, тик унда ҡайтып йөрөрлөк яҡындарыбыҙ ҡалманы. Әбейем Салауатҡа яҡын урынлашҡан Юлдаш ауылынан. Тормош иптәшемдән бик уңдым. Нисәмә йыл ғүмер юлын бергә үттек, ауырлығын да, еңеллектәрен дә бергә кисерҙек. Балаларыбыҙ ҙа һәйбәт, - ти бабай. - «Салауат» гәзитендә яҙылған мәҡәләләрҙең барыһы ла оҡшай, бөтәһен дә энәһенән ебенә тиклем уҡып сығабыҙ, яңылыҡтарҙы ла, яҡшы кешеләр хаҡында ла беләбеҙ. Артабан да ул сыҡһын, шулай тормошобоҙҙоң йәме булһын.


Читайте нас: