газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Октябрь 2019, 12:14

Башҡортостан - уның халҡының ғорурлығы

9 октябрҙә “Нефтехимик” ял һәм ижад үҙәгендә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация иғлан ителеүҙең 29 йыллығына арналған тантаналы йыйылыш үтте. Сарала мәртәбәле ҡунаҡтар БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Хәлил Рәхимов, ҡала етәкселеге, Совет депутаттары, ветерандар, аҡһаҡалдар, төрлө ойошма, учреждение вәкилдәренең ҡатнашыуы уның мәртәбәһен арттырҙы.

Ленара Хәким ҡыҙы төбәк Башлығы Радий Хәбиров исеменән салауаттарҙы ҡотлап, республика, Салауат ҡалаһы ҡаҙаныштарын билдәләп үтте.

- Башҡортостан бөгөн үҫеш юлында һәм бының өсөн республика етәкселеге барлыҡ тырышлығын һала. 2024 йылға тиклем төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше тураһында указға ҡул ҡуйылыуы һәм унда үтә мөһим бурыстар билдәләнеүе ошоға ишара. Унда республика халҡы һанын 4 млн 100 меңгә еткереү йөкләмәһе бар. Бының өсөн тыуымды арттырыу, үлемде кәметеү һәм ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙҙы ҡайтарыу талап ителә. Был маҡсатҡа ирешеп була, сөнки указда уның өсөн эҙмә-эҙлекле эш алып барыу ҡаралған. Иҡтисадты, туризмды, социаль өлкәне үҫтереү, эш хаҡын 1,5 тапҡырға арттырыу, ғөмүмән, халыҡҡа йәшәү, эшләү өсөн яҡшы шарттар булдырыу бурыстары тора беҙҙең алда. Мәғариф системаһын ғына алғанда ла, йәштәрҙе үҙебеҙҙең республикала ҡалдырыу өсөн ҡеүәтле белем биреү тармағын булдырырға тейешбеҙ. Кеше ғүмерен оҙайтыу өсөн һаулыҡ һаҡлау системаһына ла ҙур иғтибар биреләсәк. Башҡортостандың үҫеш, үҙгәреш юлында булыуына “Башҡорт ихаталары”, подъездарҙы ремонтлау, юлдар һалыу һәм башҡа программаларҙың әүҙем тормошҡа ашырылыуынан да инанабыҙ. Беҙҙең республиканы иң яҡшы төбәк итеү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар.


Үҫеште, әлбиттә, нефть һәм газ химияһынан башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Ә Салауат ҡалаһы - ул газ химияһы үҙәге. Бынан тыш, Салауаттың социаль тармағы ла яҡшы үҫешкән, кешеләрҙең спорт, ижад менән ҡыҙыҡһынып шөғөлләнеүен белә-беҙ. Артабан да Салауат ошо юҫыҡта барһын, - тине Ленара Хәким ҡыҙы.

Һуңынан тәбрикләү телмәре менән ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Нил Ғабдрахманов сығыш яһаны.

- Республика көнө - мөһим байрамдарҙың береһе. Башҡортостан ил кимәлендә ҙур потенциалға эйә булған төбәк. Ә Салауат республикала әһәмиәтле урын алып торған ҡала, - тине Нил Әнүәр улы. - “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” программаһына ярашлы, Салауатта 100 мең квадрат метр майҙанда ремонт башҡарылды. Йыл аҙағына тиклем 88 күп фатирлы йортта 276 подъезд ремонтланасаҡ. Быйыл урамдарҙы яҡтыртыу ҡоролмаларын яңыртыу буйынса ла ҙур эш алып барыла. Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы буйын-са белем биреү учреждениеларында төҙөкләндереү эштәре атҡарыла. Быйыл ҡалалағы һаулыҡ һаҡлау системаһына ла ҙур иғтибар бирелә. Инфекцион, терапия бүлектәре, балалар поликлиникаһында ремонт бара. “Республиканың 100 йыллығына - 100 объект” программаһына ингән күп профилле дауананың 17/20 корпусы ла төҙөкләндерелә башланы. Яҡын киләсәктә мәктәп төҙөй башлау һәм “Төҙөүсе” стадионын ремонтлау планлаштырылған.

Ленара Иванова һәм Нил Ғабрахманов бер төркөм салауаттарға юбилей миҙалдары, дәүләт награда-лары, Маҡтау грамоталары тапшырҙы. Ҡаланың ижад коллективтары сығыштары байрам кәйефе бүләк итте.


Читайте нас: