газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2019, 16:26

Юғалтмайыҡ тиһәк кешелекте, туҡтатайыҡ эскелекте!

Уҙған аҙна Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнө билдәләнде. Уға ярашлы, был көндө мәғлүмәти саралар, акциялар һәм конференциялар үткәрелде, фильмдар күрһәтелде. Уларҙа бер маҡсат - халыҡҡа алкоголле эсемлектәрҙең зыяны тураһында һөйләү ине.

Беҙҙең ҡалала ла бихисап тематик кисәләр уҙҙы. «Мираҫ - мәҙәни йолаларҙы йыйыусы, һаҡлаусы һәм таратыусы» моделле китапханала «Айыҡ тормош - рухи ныҡлыҡ» тип аталғаны иң әһәмиәтлеләрҙең береһе булғандыр. Унда оло киләсәккә аяҡ баҫырға торған йәштәр генә түгел, ә тормош тәжрибәһе апаруҡ булған, бергә оҙаҡ йылдар татыу ғүмер кисергән ғаилә парҙары ла саҡырылғайны.

Китапхана хеҙмәткәрҙәре уның мөдире Гөлнара Хәбибул-лина етәкселегендә сараны исем өсөн генә түгел, ә һәр кем уйланырлыҡ, фәһем, ғибрәт алырлыҡ итеп әҙерләгәйне.

- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдан-йыл йәшел йылан менән дуҫлашыусылар һаны арта. Уларҙың күбеһе осһоҙ суррогат ҡуллана. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров хоҡуҡ һаҡлау органдарын контрафакт араҡы һатыуға ҡаршы киҫкен көрәш башларға саҡырҙы, бындай легаль булмаған бизнесты ул “халыҡҡа ҡаршы геноцид” тип атаны. Матур йәшәүгә ынтылыш айыҡ тормоштан башлана. Береһенән-береһе күркәм йорттарҙа тормош гөрләй, сәләмәт балалар тыуа. Халыҡтың иртәгәһе көнгә өмөтө бар икән, тимәк, бында “йәшел йылан”ға урын юҡ. Тоғролоҡ, мөхәббәт, ышаныс, бер-береңде хөрмәтләү, айык тормош, сабырлыҡ кеүек сифаттар - ғаилә ҡим-мәттәренең нигеҙе. Тап ошо сифаттар аша ғаилә мөнәсәбәттәре нығына ла инде. Бындай ғаиләләрҙә балалар үҙҙәрен ышаныслы, бәхетле тоя, - тине Гөлнара Ғәлиулла ҡыҙы.

Дөрөҫ, эскелек хакимлыҡ иткән ғаиләләр йыш тарҡала. Эскән ир йәки ҡатын менән тормош көтөүҙең ни мәғәнәһе бар? Саҡырылған ҡунаҡтар ҙа ошоно уҡ раҫланы. Зөләйха һәм Самбулат Рахманғоловтар - 54, Алмира Һәм Хәлил Носратуллиндар 51 йыл ҡулға-ҡул тотношоп йәшәй.

- Татыулыҡтың сере - бер-береңде тыңлауҙыр, тиҫкәреләшеп, үҙ һүҙле булырға ярамай. «Араҡы яратҡан - аҡылын таратҡан», - тигән әйтем дә бар халҡыбыҙҙа. Эскелек тамыр йәйгән ғаилә бәхетле була алмай, унда тәрбиәләнгән балалар ҙа наҙлы һүҙҙән, тәмле ризыҡтан мәхрүм ҡала. Ике бала тәрбиәләнек. Шөкөр, икеһе лә тәүфиҡлы булып үҫте, юғары белем алырға ярҙам иттек, - ти Рахманғоловтар.

- Тормош булғас, төрлө хәлдәр була, әлбиттә. Әммә уларҙы тыныс үткәрә белеү - алтынға бәрәбәр. Эсеп ҡайтып ояны туҙҙырыу - килешкән эш түгел. Ҡайғыны ла араҡы менән йыуып булмай. Көйөнөстәр беҙҙе лә урап үтмәне. Шулай ҙа, бер ҡасан да шешәгә йәбешмәнек, һынауҙарҙы бергә күтәрҙек. Эскән кешенең ҡанаты ҡайырылған, көсһөҙ, күңеле зәғиф була. Беҙ бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәнек, - тип һүҙгә ҡушыла Носратуллиндар.

Альмира апай менән Хәлил ағай икәүләп “Ғүмерҙәр” йырын һуҙҙы. Ике парға ла үҙәкләштерелгән китапхана директоры Светлана Янгалова исеменән Мактау грамотаһы һәм бүләк тапшырылды. Ветерандар советы рәйесе Гүзәл Хөснуллина ҡулынан да грамоталар алды улар. “Көмөш тәңкә” әҙәби-фольклор коллетивы ағзаһы Мәйсәрә Хәйрова бүләккә “Рауза сәсәкәләре”н бешереп алып килгәйне.

Залда педагогия коллед-жының йәш ҡыҙ-егеттәре тәрән уйға батып ултырҙы. Донъя көтөү йылға кисеү ише генә түгел икән, тигәнерәк фекерҙәрҙе уҡырға була ине йөҙҙәренән.

Тамашасылар ҙа үҙ һүҙҙәрен әйтте. Гөлсирә Фәйзуллина менән Флүрә Хәзиеваның, Ишҡәле Дәми-невтың уҡыған шиғырҙа-ры теманың тап үҙенә ҡағылғайны. Гөлсирә апай эскелек тураһында үҙенең яҙған шиғырын тәҡдим итһә, Флүрә апай Гүзәл Баянованың шиғырынан өҙөк уҡып ишеттерҙе.

- Мин был шиғырҙы күптән ҡуйын дәфтәремә һалып ҡуйғайным инде. Бына бөгөн уның бер өҙөгөн һеҙгә лә еткерәм. Йәш кенә ҡыҙ бала булыуына ҡарамаҫтан, шундай тетрәндерерлек итеп яҙған:

Тулғаҡлай зәғиф киләсәк

Тарихым ҡарынында.

Ҡорт төшкәнен күрмәйбеҙме

Милләттең тамырына?

Минеңсә, ошо шиғырҙы башынан алып аҙағына тиклем уҡып сыҡҡан кеше тура юлдан тайпылмаҫ кеүек, - тине Флүрә апай.

Сараны йәштәр араһында тәрбиәүи эш алып барған, телебеҙҙе үҫтереүсе, милли йыр-бейеүҙәребеҙҙе тергеҙеүсе, үҙҙәренең булмыштары менән тирә-йүнгә матурлыҡ өләшеүсе “Көмөш тәңкә” әҙәби-фольклор коллективының дәртле сығыштары йәмләне.


Айыҡлыҡ - ҙурлыҡ, эскелек - хурлыҡ

Был көндө «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәгендә лә фәһемле сара үткәрелде. Унда мәктәп уҡыусылары йыйылғайны. Үҙәктең директоры Суфия Етеханова балаларға үҙенең өгөт-нәсихәттәрен еткерҙе.

- Балалар, бер ваҡытта ла тормошоғоҙҙо эскелек менән бәйләмәгеҙ. Ул бер ваҡытта ла яҡшыға алып бармай. Шул арҡала балалар етем ҡала, ғаиләләр емерелә. Һәр кем үҙ яҙмышы үҙе төҙөй. Белем алып, лайыҡлы һөнәргә эйә булығыҙ, - тине ул.

Үҫмерҙәргә эскелектең зыяны тураһында фәһемле фильм күрһәтелде.

Балалар алдында шулай уҡ ЮХХДИ-ның юл хәрәкәте хәүефһеҙлегеген пропаганда-лау буйынса инспекторы Светлана Потапенко сығыш яһаны.

- Юл фажиғәләренең күбеһе руль артына эскән килеш ултырыу арҡаһында сыға. Көн һайын кәмендә бер осраҡ теркәлә. Сентябрҙең тәүге көндәрендә 12 иҫерек кеше тотолдо, уларҙың өсәүһе элек үк автомобиль йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителгән булған. Шуға ҡарамаҫтан, хаталарын аңлар урынға тағы «тимер ат»ты йүгәнләгәндәр. Бына ни өсөн юл аша сыҡҡанда бик һаҡ булырға кәрәк. Машинаның һеҙҙе үткәреүенә ныҡлы инанығыҙ, - тине инспектор.


Читайте нас: