- 2019 йылдың тәүге ярты йыллығында ҡаланың социаль-иҡтисади күрһәткестәре буйынса үҫеш күҙәтелә, - тине ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Урал Мәғизов. - Йыл башынан алып 7 318 мең квадрат метр майҙан торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Салауат инвестиция күләме буйынса республикала алдынғы урындарҙы һаҡлап килә. Быйылғы йылдың 6 айы эсендә инвестиция күләме 9,1 млрд һум тәшкил иткән. Ярты йыл эсендә ҡала бюджеты 1 млрд 404, 7 млн һумға тулыланған, сығымдар 1 млрд 266,9 млн һум булған. 2018 йылға ҡарата үҫеш темпы 115,6 процент. Эре һәм урта предприятиеларҙа уртаса хеҙмәт хаҡы 14 процентҡа артып, 44 мең һумдан ашыу тәшкил иткән. Ойошмаларҙа эш хаҡы буйынса бурыс юҡ. Ҡалала эшһеҙлек кимәле республиканыҡына ҡарағанда кәм булһа ла, ярты йыл эсендә бер ни тиклем артҡан. Әлеге ваҡытта Салауатта 691 кеше эшһеҙ булып иҫәптә тора.
«Салауат ҡалаһы профсоюз ойошмалары берекмәһе» рәйесе Венера Мельникова эш хаҡына бәйле мәсьәләне күтәрҙе. Ул мәҙәниәт өлкәһе, мәғарифтың сәнғәт тармағы белгестәренең хеҙмәте тейешле кимәлдә баһаланмауын билдәләне. Ошо арҡала йәш кадрҙар был өлкәләрҙән китә, мәҫәлән, һуңғы ваҡытта ғына музыка мәктәбендә өс кеше эшен ҡалдырған. Ә эшләп йөрөүсе педагогтарҙың уртаса йәше 60-ҡа тиң. Әле ҡала врачтарға ҡытлыҡ кисерһә, киләсәктә сәнғәт белгестәренең дә етешмәүе мөмкин, тине Венера Мөсәғит ҡыҙы.
Мәшғүллек үҙәгенең бүлек начальнигы Надежда Сухорукова билдәләүенсә, әлеге ваҡытта Салауатта эшһеҙлек кимәле 0,84 процент тәшкил итә. Йыл башында эшһеҙҙәр исемлегендә 639 кеше иҫәпләнһә, әле 678 кеше. 8 ай эсендә Мәшғүллек үҙәгенә эш эҙләп 2826 кеше мөрәжәғәт иткән. Уҡыуҙан буш ваҡытта эшләргә теләүсе уҡыусылар ҙа ошо иҫәптә - улар 22 процент. Хеҙмәт урыны эҙләп килеүселәрҙең күпселеген ҡатын-ҡыҙҙар тәшкил итә, улар 53 процент, шулай уҡ инвалдитар 2,8 процент. Ошо арауыҡ эсендә 1820 кеше эшкә урынлаштырылған. Эшһеҙ-лек буйынса пособиеның уртаса күләме - 5787 һум. 1 сентябргә 357 кешенең эштән бушатыласағы тураһында мәғлүмәт килгән, ә былтыр был ваҡытҡа 190 кеше генә булған. Салауат ҡалаһының перинаталь үҙәгендәге килеп тыуған хәл арҡаһында күпләп кешенең эшһеҙ ҡалыу ихтималлығы бар ине, проблема ыңғай хәл ителде, ти Надежда Сергеевна. Шул уҡ ваҡытта ҡала пред-приятиелары, ойошмалары мәшғүллек үҙәгенә 6779 вакансия барлығы тураһында мәғлүмәт биргән. Әммә тәҡдим һәм талап ителгән эш урындары араһында тигеҙһеҙ-лек һаҡлана. Күберәк бетонсы, автомобиль водителе, юл эш-сеһе, кондуктор, ташсы, мон-тажсы, балта оҫтаһы, техно-логик ҡоролмалар слесары, иретеп йәбештереүсе, проект-лаусы инженер, участка упол-номоченныйы кеүек һөнәр эйәләре талап ителә.
- Хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлекте кәметеү өсөн Мәшғүллек үҙәге бик күп саралар ойоштора, - тип һөйләй Надежда Сухорукова. - 14 вакансиялар йәрминкәһе уҙғарылды. Эш эҙләүселәргә уҡып икенсе һөнәр алыу тәҡдим ителә. Мәшғүллек үҙәге аша 183 кеше яңы һөнәр үҙләштерҙе. Пенсия, йәки пенсия алды йәшендәге кешеләрҙе уҡытыуға ла иғтибар бирелә. Шулай уҡ эш биреүселәргә шуны хәтерҙәренә төшөргө килә: төрлө категорияға ҡараған граждандарҙы эш менән тәьмин итеп, субсидия алыу мөмкинлеге бар.
Комиссия ултырышында мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына сабыйҙар-ҙы урынлаштырыу мәсьәләһе лә ҡаралды. Салауатта 39 балалар баҡсаһы эшләй, уларҙың ҡайһы берҙәренең составына икешәр, ә берәүгә өс корпус инә. Уларға 9020 бала йөрөй. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән сабыйҙар өсөн бер нисә мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы булдырылған. 1-се балалар баҡсаһына телмәре боҙолған, 9-сы балалар баҡсаһының беренсе корпусына аҡыл буйынса етешһеҙлеге булған, ә икенсе корпусҡа терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған, 18-се балалар баҡсаһының 2-се корпусы күреү һәләте, телмәр һәм психик хәле боҙолған балалар өсөн тәғәйенләнгән. Бынан тыш, бүтән балалар баҡсаларында ла махсус төркөмдәр асылған. Инвалид балаларҙың барыһы ла баҡсаға бушлай йөрөй, ти мәғариф идаралығы белгесе Наталья Ляшик.
- 2019-2020 уҡыу йылына ҡаланың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына 1578 путевка бирелде, улар араһында 6 айҙан алып 2 йәшкә тиклемге балаларға - 1460 юллама. Бөгөнгө көнгә балалар баҡсаһына путевка алыуға 1427 бала иҫәптә тора. Улар - 2020, 2021 йылда урынлашыу өсөн ғариза биреүселәр, - ти Наталья Александровна.
Белгес билдәләүенсә, был йүнәлештә проблемалар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, 3-сө микрорайонда урынлашҡан 22-се һәм 25-се балалар баҡсалары ошо биләмәлә йәшәүселәрҙең талаптарына яуап бирмәй, сөнки был учреждениеларҙан йыл һайын 60-лап бала сыға, ә унда йөрөргә теләүселәр һаны 200-ҙән ашыу. Шулай уҡ хәҙерге заманда әсәйҙәр сабыйҙарын балалар баҡсаларына иртәрәк урынлаштырырға теләй. Был мәсьәләне хәл итеү маҡсатында Калинин урамы, 8 адресы буйынса урынлашҡан бинаны балалар баҡсаһы итеп ҡайтарыу ҡарала.