Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Август 2019, 11:24

Бала саҡ тәме тойолғандай булды

Әлеге быуын балаларына ҡарағанда, үҙемде күпкә бәхетлерәк, тип иҫәпләйем. Сөнки миңә һәм тиҫтерҙәремә ҡушылмаһыҙ-ниһеҙ, ысын тәбиғи аҙыҡ-түлек ашау бәхете тейҙе. Ә хәҙер магазинда нимә һатылғанын аңларлыҡ та түгел. Айырыуса сабыйҙар йәл. Күптәрендә магазин бутҡаларына, ҡатышмаларына аллергия.

Әлеге быуын балаларына ҡарағанда, үҙемде күпкә бәхетлерәк, тип иҫәпләйем. Сөнки миңә һәм тиҫтерҙәремә ҡушылмаһыҙ-ниһеҙ, ысын тәбиғи аҙыҡ-түлек ашау бәхете тейҙе. Ә хәҙер магазинда нимә һатылғанын аңларлыҡ та түгел. Айырыуса сабыйҙар йәл. Күптәрендә магазин бутҡаларына, ҡатышмаларына аллергия.

Тап ошо проблеманы хәл итеү йәһәтенән республикала һөт кухнялары тергеҙелде.

- Ысынбарлыҡта, элек Советтар Союзы заманында булған һөт кухняларын ҡайтарабыҙ. Был бик етди һәм ҙур эш. Тимәк, беҙ бәләкәй балаларҙың һаулығын нығытыу өсөн эшләйбеҙ, - тинеБашҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.

Иҫегеҙҙә булһа, беҙҙең ҡалала ла бынамын тигән һөт кухняһы эшләй ине. Ни сәбәптәндер, ойошма эшмәкәрлеген туҡтатты, кескәйҙәр һөт ризыҡтарынан мәхрүм ҡалды. Һәм, ниһайәт, нисә йылдарҙан һуң, изге эш ҡайтарылды - сабыйҙарҙы ҡабаттан тәмле продукция менән тәьмин итә башланылар. Шуныһы бар, ул үҙебеҙҙә етештерелмәй. Уны күрше Стәрлетамаҡ ҡалаһынан алып киләләр. Тәүҙә таратыу пункты ваҡытлыса Дзержинский урамында урынлашһа, 26 сентябрҙән ул Ленин урамы, 35 адресы буйынса күсте.

- Бөгөн һөт ризыҡтарын таратыу пункты рәсми асылды. Был бинаны ҡала хакимиәте бүлде. Тауар Стәрлетамаҡтан аҙнаһына ике тапҡыр килтерелә. Салауатта 242 бала бушлай ошо ризыҡтарҙы алыу хоҡуғына эйә. Әле кефир, һөт, эремсек етештерәбеҙ. Киләсәктә йогурт та сығарырға планлаштырабыҙ, - ти Стәрлетамаҡ «Һөт кухняһы» учреждениеһы директоры урынбаҫары Марат Абдрахманов.

Бушлай һөт ризыҡтары аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге өс йәшкә тиклемге балаларға бирелә. Был мөмкинлектән файҙаланыу өсөн тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ, педиатрҙан рецепт кәрәк. Иң мөһиме - йәшәү урыны буйынса республикала теркәлгән булырға тейеш.

Был эш «Демография» милли проекты бурыстарына ярашлы Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һаҡлау буйынса дәүләт комитеты тарафынан бойомға ашырыла.

- Стәрлетамаҡта һөт кухняһын төҙөүгә республика бюджетынан 19 миллиондан ашыу һум аҡса бүленде. Унда заманса, яңы ҡоролмалар ҡуйылған. Етештерелгән продукция ла сифатлы, балалар һаулығы өсөе хәүефһеҙ. Һөт ризыҡтары менән республиканың көньяҡ төбәгендәге өс йәшкә тиклемге балалар тәьмин ителә. Улар - Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалалары, Мәләүез, Ишембай райондары сабыйҙары. Ошондай уҡ һөт фабрикаларын йыл аҙағына тиклем Нефтекама, Октябрьский, Сибай, Белорет ҡалаларында булдырыу ниәте бар. Быны әсәләр түҙемһеҙлек менән көтә, - тип һөйләй дәүләт комитеты ныңматбуғат хеҙмәте секретары Нина Никандрова.

11 айлыҡ сабыйҙың әсәһе Элина Сәйфуллина элек уңышлы эшләп килгән һөт кухняларының тергеҙелеүенә оло ҡыуанысын белдерә.

- Улым аллергиянан яфалана ине. Бер ниндәй дарыуҙар ҙа ярҙам итмәне. Ошо ризыҡтарҙы ашай башлағас, аллергиянан эҙ ҙә ҡалманы. Шул тиклем тәмле, сифатлы ризыҡтар бирәләр. Етмәй ҙә ҡала әле ул. Пункттың ҡалала бер урында ғына урынлашыуы күңелде ҡыра. Ҡаланың бер башынан икенсе осона бәләкәй бала менән килеүе еңел түгел, - ти әсә.

Элинаны тынысландырырға ашығабыҙ, тиҙҙән Октябрь урамы, 26 адресы буйынса тағы бер таратыу пунктын асыу ҡарала. Бынан тыш, һөт ризыҡтарын теләгән һәр кем хәҙер Ленин урамы, 35 адресы буйынса урынлашҡан пунктта һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Көн һайын иртәнге 9-ҙан киске 5-кә тиклем эшләй. Яҡын киләсәктә «Ярмарка» магазиндарында ла һатыуға сығарыласаҡ.

Ситфатын бик маҡтағас, үҙем дә алып ҡарарға булдым. Тәме һуң тәме, һүҙҙәр менән генә әйтеп аңлатырлыҡ түгел. Бала саҡҡа әйләнеп ҡайтҡандай булдым.

#Миллипроекттар
Читайте нас: