Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Август 2019, 12:48

Һуҡырҙарға - китаптар

Ҡала үҙәк китапхана-һында һуҡырҙар өсөн төрткөлө шрифт менән баҫылған яңы китаптар презентацияһы үтте. Исем туйы “Брайль китабы - тыныслыҡҡа һәм изгелеккә юл” тип аталды.

Луи Брайлдең исеме төрлө сәбәптәр арҡаһында күреү һәләтен юғалтҡандарға яҡшы таныш. Францияла тыуып үҫкән малай фажиғәле рәүештә өс йәштә һуҡыр ҡала. Һәләтле үҫмер 15 йәшендә һуҡырҙар өсөн төрткөлө шрифт әҙерләй. Уның даны бөтә донъяға тарала. Рәсәйҙә бындай китаптар 1885 йылда сығарыла башлай.

“Аныҡ эштәр” проекты сиктәрендә үҙәк китапханаға һуҡырҙар өсөн 254 китап алынды.

- “Брайль” - күреү һәләтен юғалтҡандар өсөн иң ябай һәм уңайлы система. Ул һуҡырҙарға кешелектең бөтә рухи мәҙәни ҡиммәттәренә эйә булырға мөмкинселек бирә. Инвалидтарға рухи мәҙәниәтте танып белеүҙә ҙур ярҙам булып тора. Депутаттарға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, - тине сараны асып китапхананың директоры Светлана Янгалова.

Сарала “Берҙәм Рәсәй” партияһының башҡарма комитеты етәксеһе Дарья Серова, БР Дәүләт Йыйылы-шы-Ҡоролтай депутаты Хәлил Рәхимов, ҡала хакимиәте мәҙәниәт бүлегенең баш белгесе Алина Сәлихова ҡатнашты.

Ҡалабыҙҙың “Бөтә Рәсәй һуҡырҙар” йәмғиәте ағзалары Денис Харьков һәм Анастасия Дьякович китаптарҙан өҙөк уҡып ишеттерҙе. Улар икеһе лә һөйөнөстәрен йәшермәне. Башҡа китапханаларҙа ла ошондай китаптарҙың булыуын теләне.

Кисәлә Илсур Ширипянов һәм Эвелина Вәхитова музыкаль номер менән сығыш яһаны.

Ҡаланың “Бөтә Рәсәй һуҡырҙар” йәмғиәте рәйесе Анна Бестужева ла Брайль китабының Салауат ивалид-тары өсөн кәрәклеген әйтте.

- Ҡыҙғанысҡа күрә, ин-валидтар һаны беҙҙең ҡа-лала ғына түгел, бөтә ил буйынса арта һәм ул йәшәрә генә. Насар күреүселәр һәм һуҡырҙар өсөн китаптар баҫтырыу, мөмкинлеге сик-ләнгәндәрҙе әҙәбиәтте, мәҙәниәтте өйрәнеүгә ылыҡ-тырыу төп бурыстарҙың береһе булып ҡала.


Читайте нас: