«Хеҙмәт ветераны» миҙалына, «БР-ҙың мәғариф отличнигы» билдәһенә лайыҡ булған тәжрибәле уҡытыусы бөгөн үҙенең 80 йәшлек олпат юбилейын билдәләй.
- Ҡайҙан бындай мауығыу килгәндер әйтә алмайым, әммә бәләкәйҙән тальянда уйнарға бик ярата инем. Үҫә бара хромкаға, баянға күстем. Ата-әсәйемдән килгән һәләт тип әйтер инем, икеһенең береһенең быға тартымы булманы. Тик ниңәлер, Стәрлебашта мәктәпте тамамлағандан һуң, Өфөгә техник училишеға уҡырға индем. Алған һөнәрем буйынса балта оҫтаһы булып та эшләнем әле бер аҙ. Әммә күңелгә һәр ваҡыт нимәлер етмәне. Гел шул баян уйнарға ынтылдым. Тәүәккәлләгән - таш ярған, тигән әйтемде иҫкә төшөрҙөм дә, күп тә уйлап тормайынса, Өфө ҡалаһына сәнғәт училищеһына юлландым. Егет-ҡыҙҙарҙың ныҡлап әҙер-ләнеп килгәндәре күренеп тора, уҡытыусылары етәкләп тигәндәй имтихандарға керетә. Уларҙың күбеһе һынауҙы үтә алманы. Ә мин - бер үҙем. Комиссия алдында нотаһыҙ-ниһеҙ баянда уйнап күрһәтеп, имтихандарҙы уңышлы тапшырҙым. Бала саҡтағы хыялымды шулай тормошҡа ашырҙым, - тип һөйләй уҡытыусым.
Уҡыуын тамамлағандан һуң егетте йүнәлтмә буйынса Ейәнсәра районы үҙәге Иҫәнғолға ебәрәләр. Буласаҡ хәләле Алһыу Әмир ҡыҙының да ошо ауылға эшкә килгән сағы. Ул инде медицина училищеһын тамамлаған, һөнәре буйынса - шәфҡәт туташы. Төп эше кешеләрҙең сәләмәтлеген һаҡлауға ҡайтып ҡалһа ла, ҡыҙҙың матур йырлауын, гәлсәр тауышын һиҙеп ҡалып, мәҙәни сараларға йыш саҡыралар.
- Клубта йырлап йөрөгән саҡ. Минең шундай ғәҙәтем бар, борғоланып, ҡыйланып уйнаған баянсыларға ҡушылып йырларға ярат-майым. Бер шулай ҡыҙҙар: «Алһыу, унда бер йәш егет килгән. Баянда шәп уйнай, тиҙәр. Бәлки ул тап килер һиңә», тинеләр. Киттем янына. Уның уйнауы, үҙен ипле тотоуы, тыйнаҡ, итәғәтле булыуы бик оҡшаны. Тауышым да уның уйнауына тура килде. Мин ул ваҡытта апайым-дарҙа йәшәй инем. Ғаяз шым ғына килеп һиҙҙермәй генә мине күҙләп йөрөгән икән. Шулай итеп, йыр менән моң ғына берләштергән дуҫлыҡ мөхәббәткә әйләнде. Өс ай ҙа үтмәй өйләнештек, тип хәтирәләргә бирелә Алһыу апай.
Туйҙы Иҫәнғолда гөрлә-тәләр. Бер аҙҙан Ҡунаҡҡу-жиндар ғаилә башлығының тыуған яҡтарына күсенә. Тәүҙә Ғаяз Нурулла улы баян буйынса түңәрәк аса. Һуңынан һәләтле балаларҙың барлығын күреп, балалар музыка мәктәбен асыу уйы менән яна башлай, етәкселектең тупһаһын оҙаҡ тапай. Ниһайәт, 1970 йылда ул моратына ирешә - Стәрлебашта бынамын тигән музыка мәктәбе асыла. Ун өс йыл буйы директор вазифаһын башҡара. Ә Алһыу апай ғүмер буйы бала табыу йортонда эшләй. Сабыйҙарға яҡты донъяға килергә ярҙам итә. 1983 йылда ғаилә Салауат ҡалаһына күсенеп килә. Ғаяз ағай педагогия колледжына баян уҡытыусыһы булып урынлашһа, Алһыу апай эшен Салауат бала табыу йортонда дауам итә. Ғаяз ағайға училищенан һуң 25-се гимназия ҡарамағындағы балалар музыка мәктәбендә лә белем бирергә тура килә.
Әлеге көнгәсә ошо ҡалала матур донъя көтәләр. Бергә татыу ғүмер итеүҙәренә 55 йыл тулған. Ҡунаҡҡужиндар өс балаға ғүмер биргән. Хәҙер инде уларҙың һәр береһенең үҙ ғаиләһе бар. Ә бәхетле олатай менән өләсәй ейән-ейәнсәрҙәренең, бүләләренең шатлығын күреп, уңыштарына ҡыуанып йәшәй. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, баҡса үҫтерәләр, башлыса, уның менән ғаилә башлығы «етәкселек» итә. Алһыу апай иһә үҫтерелгән уңышты эш итеп, тәмле тоҙлама-ҡайнатмалар яһай, яҡындарын телде йоторлоҡ аш-һыуҙары менән һыйлай. “Бәхетле ғүмер итеүҙең сере ниҙә?” тип һорайым.
- Сабырлыҡта. Тормош булғас, һауыт-һаба ла шалтырамай тормай. Әммә бер-береңде аңлау, ихтирам итеү, түҙем булыу ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә, - тине Ҡунаҡҡужиндар бер тауыштан.
Йәшлектәрен хәтергә төшөрөп, Ғаяз ағай баянын ҡулына алды, ә Алһыу апай, элеккесә моңло тауышы менән «Үтте лә китте йәшлегем» йырын һуҙҙы.
- Йәшлеккә атлап түгел, йүгереп ҡайтыр инек, - тип тә ҡуйҙылар һуңынан.