газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Август 2019, 12:59

Тыуған ерҙән бер ус тупраҡ

Волгоградтағы Туғандар ҡәберлегендә Башҡортостандан Фәсхетдин Зөбәйеров һәм Владимир Сафонов ерләнгән. Салауат делегацияһы Сады Придонья хуторындағы Сталинград һуғышында вафат булғандарҙың Хәрби ҡәберлегенә барып ҡайтты. Улар араһында совет яугирының туғаны Рәфҡәт Зөбәйеров та бар.

Был сәйәхәт «Аллағыуат» йәмәғәт ойошмаһы башланғысы менән ойошторолған. Салауат делегацияһы 800-ҙән ашыу совет һалдаты ерләнгән туғандар ҡәберлегенә башҡорт тупрағын һала. Шулай уҡ улар вафат булған яҡташтарҙың тыуған еренә һибер өсөн Волгоград еренән бер ус тупраҡ алып ҡайтҡан.

- Фәсхетдин Зөбөйеров 1904 йылда тыуған, ә Владимир Сафонов - 1923 йылда. Икеһе лә беҙҙең яҡташтарыбыҙ. Яугирҙарыбыҙҙың ерләнгән урынын барып күрергә яҙҙы. Улар Тыуған илебеҙ алдында изге бурысын үтәгән шәхестәр, - ти Рәфҡәт Зөбәйеров.


Читайте нас: