Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Август 2019, 10:46

Салауат батыры әле лә сафта

Республика етәксеһе Радий Хәбиров «Снайпер» балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең директор урынбаҫары Рәфит Вәлиевҡа «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре» билдәһен һәм таныҡлығын тапшырҙы. Рәфит Рафаэль улы яуап итеп төбәктә спорт ялҡынының бер ҡасан да һүрелмәүен теләп, республика башлығына Олимпия уйындарының символы - Олимпия факелы моделен бүләк итә.

Рәфит Рафаэль улы спорт өлкәһендә ҡырҡ йыл. Хеҙмәт юлында физик культура уҡытыусыһы һөнәренән башлап, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры вазифаһына тиклем үрләй. ДОСААФ балалар-үҫмерҙәр спорт-техник мәктәбенең, аҙаҡ «Снайпер» балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең директоры була. Бихисап дәүләт наградаларына лайыҡ булыуы уның эшһөйәр, һәләтле шәхес икәнлеген һөйләй. Ул ҡалала ғына түгел, респуб-лика, Рәсәйҙә физкультура һәм спортты үҫтереүҙә ҙур өлөш индергән кеше. Үҙенең билдәле спортсылар әҙерләүенә һөйөнә олпат тренер. Нисек шатлан­маһын, уларҙың даны тирә-яҡтарға таралған бит! Спортсыларға ҡарата физик тәрбиәнән тыш, хәрби-патриотик тәрбиә лә бирә.

Хәҙерге компьютер, те-лефон, планшет, айфон һәм башҡа электрон мөмкинлектәр үҫешкән заманда балаларҙы физик культураға, спортҡа йәлеп итеү, уларҙың шөғөлөнә әйләндереү еңел түгел. Рәфит Рафаэль улы үҫмерҙәрҙә спортҡа һөйөү тәрбиәләү, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, хәрәкәттә - бәрәкәт икәнлеген төшөндөрөү өсөн бар көсөн һала, яңы алымдар уйлап таба. Яратҡан һөнәренә бөтә күңелен биреп эшләгәнгә ҡыуанырлыҡ, ғорурланырлыҡ һөҙөмтәләр бар. Күп төрлө ярыш һәм биатлон буйынса юғары категориялы тренер Рәфит Вәлиев халыҡ-ара класлы ике Рәсәй спорт мастерын, ун алты СССР һәм Рәсәй спорт мастерын һәм бик күп башҡа билдәле спортсыларҙы әҙерләгән. Уның тәрбиәләнеүселәре А.Ғәзизов, С.Подсеваткин, Н.Звыкова, И.Батырова, А.Ғәзизов, Ф.Бог-данов, В.Леонов. Н.Зыкова, З.Искәндәров спортта ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән кешеләр.

Төп эшенән тыш, Рәфит Рафаэль улы РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Рима Баталованың ярҙамсыһы булараҡ, йәмәғәт ойошмаларына, һөнәри клубтарға һәм командаларға ярҙам күрһәтә. Шулай уҡ Салауат ҡала советына биш тапҡыр депутат итеп һайлана. Бынан тыш, тренер БР буйынса Рәсәй Паралимпия комитеты Президиумы ағзаһы ла.

- Юғары награда минең менән 40 йыл буйы эшләгән тренерҙар Рәис Бикмө-хәмәтов, Зөфәр Искәндәров, Заһит Хәйруллин, Владислав Ираидов, Марсель Батыров, Екатерина Гловинская, Вла-димир Шестов, Алик Имәнҡо-ловтың, дөйөм коллективтың баһаһы, - ти Рәфит Вәлиев.

Ғөмүмән, Вәлиевтар - спорт ғаиләһе. Рәфит Рафаэль улының тормош иртәше Фәриҙә Наил ҡыҙы - БР-ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, «Снайпер» бала-лар-үҫмерҙәр спорт мәктә-бенең директоры ла. Улдары Денис акробатика буйынса Рәсәй спорт мастеры, ә ейәндәре быйыл 1-се класҡа бара, ул йөҙөү серҙәрен өйрәнә.


Читайте нас: