Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Август 2019, 12:03

Һәр кем ҡоя үҙ бәхетен, ҡора үҙ тормошон

Самат Мостафиндың исеме күптәргә таныш. Уның яңыраҡ умартасылыҡ һәм бал ҡорттары менән дауаланыуға тотоноуын белеп, Башҡортостан умартасылары көнө уңайынан ошо хаҡта әңгәмә ҡорорға ниәт иткәйнек. Әммә бар ғүмерен ҡалабыҙҙың сәскә атыуы өсөн тынғыһыҙ, күп яҡлы хеҙмәткә бағышлаған абруйлы, ихтирамға лайыҡ кеше генә түгел, уныһы инде үҙе бер айырым тарих, ә бар күңеле менән матурлыҡҡа ынтылған ысын ҡул оҫтаһы, ижадсы, хәстәрлекле ғаилә башлығы икәненә лә туҡталып үтмәйенсә булдыра алманыҡ.

Бал ҡорто биргән мөжғизә

Ҡортсолоҡ - башҡорттарҙың боронғо шөғөлө. Татлы ризыҡтың файҙаһы хаҡында белмәгән кеше һирәктер. Ул төрлө сирҙәрҙән яҡшы дауалау сараһы булып тора. Шулай ҙа кешенең был шөғөлгә тотоноп китеүенә лә күп осраҡта берәй сәбәп сығырға тейеш.

- Бер йылды Яңы йыл тирәһендә ҡулдан бал һатып алдыҡ. Ә инде мартта ашарға тип алһаҡ, ул әсеп сыҡҡан. Алдатыуҙарына ныҡ асыу килде. Шунан үҙем умарта тотоп ҡарарға, ҡарт олатайҙар ҙа умартасылыҡ менән шөғөлләнгән, шулай булғас беҙҙең ҡанда, нәҫелдә умарта тотоу һәләте булырға тейеш тип, ниәт иттем. Шул осорҙа үҙем дә әҙерәк сирләп алғас, врач умыртҡа һөйәген дауалау өсөн бал ҡорттарынан саҡтырыу кәрәк, тигәс, интернеттан ҡарап башҡорт бал ҡорттарын һатып алдым да ошо эшкә тотоноп киттем, - ти Самат Ҡасим улы.

Ул әле лә ҡортсолоҡ менән бал һатып кәсеп итер өсөн дә түгел, ә күберәк күңел ҡушыуы, яҡындарын, туғандарын үҙенең тәбиғи, бер ниндәй ҡушылмаһыҙ алынған бал менән шатландырыу, шулай уҡ тәндәрен сафландырыу, дауалау өсөн шөғөлләнә. Апитерапия йорто ғына үҙе ни тора! Уны ысын мәғәнәһендә бал ҡорто шифаханаһы тип атаһаң да була. Күстәр өҫтөндә бер нисә минут ятып торғанда ла һыҙланыуҙар баҫыла, тәнгә, йәнгә сихәт бирә, ти хужа. Апитерапия йортон булдырыу өсөн йәйге бәләкәй йорттоң һәм оҫтахананың бер өлөшө бүленгән. Таныштары, тыуған-тыумасалары ошо бүлмәләрҙә ял итеп, физик яҡтан тергеҙелеп сыға. Бал ҡортоноң файҙаһы бик ҙур, хатта Ҡөрьәндә лә айырым бер сүрә уға арналған бит, ти ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән ир уҙаманы.

- Бал ҡорттары кешеләрҙең иммунитетын тергеҙеүҙә әһәмиәтле роль уйнай. Бал ҡорттарының геүләүе, вибрация биреүе кешегә массаж кеүек тәьҫир итә. Ғөмүмән, бал ҡорттарының үҙҙәренән алып, улар етештергән продукция-ларҙың файҙаһы әйтеп бөткөһөҙ. Хатта үлгән ҡорттарҙы ла әрәм итмәй, дауаланыу өсөн ҡулланырға була, уларҙы йыйып, киптереп, спиртҡа һалып тотоп, дарыу эшләһәң, бына тигән шифа. Был төнәтмә матдәләр алмашыныуын яҡшырта, бихисап сирҙәрҙән файҙалы, имму­нитетты нығыта, - тип һөйләй Самат Ҡасим улы.

Нәҙекәйбилдәр хаҡында сәғәттәр буйына һөйләргә әҙер ул. Умартасы белгәндәре менән генә сикләнеп ҡалмай, һаман да интернет аша бал ҡорттарын һаҡлау, үрсетеү, улар ярҙамында дауаланыу ысулдарын өйрәнә. Мәҫәлән, бал ҡорттары һеркәһенең файҙалы яҡтары бик күп, ул кешегә энергия биреп, көс-дәрт өҫтәй. Сөнки был һеркә - бал ҡорттары әллә күпме үләндән, сәскәнән йыйған витаминдар тупланмаһы. Ниндәйҙер химия ҡушылған дарыуҙар ашағанға ҡарағанда, тәбиғәт бүләк иткән дарыуҙарыбыҙҙың файҙаһы күпкә юғарыраҡ, ти умартасы.

Ул умыртҡа һөйәге ауырт-ҡас, күтәреүе ауыр тип бал йы-йыу рамдарын да үҙенә кәрәкле итеп яйға килтереп эшләп алған. Умарталары артыҡ күп булмаһа ла, ваҡытына ҡарап, уларҙы төрлө урындарға күсереп тора. Август урталарында бал алырға йыйынабыҙ инде, ти Самат Мостафин.

Оҫта ҡулда ҡот бар

Самат Ҡасим улының оҫта ҡуллы кеше икәнән уның йорт алдын күреү менән һиҙемләргә була. Барлыҡ килеүселәрҙе, үтеп китеүселәрҙе айыу, аҡҡош, ат, мышы һындары әллә ҡайҙан үҙенә йәлеп итеп тора.

Һәр һын ниндәйҙер тарих менән бәйле. Тәүге айыуҙы ул ҡатыны теләге буйынса эшләп ултырта. Магазинда күреп, әйҙә алайыҡ, тигәс, мин һиңә үҙем яһармын, тип вәғәҙәләй һәм ысынлап та йорт алдында айыу һыны пәйҙә була. Һуңынан аҡҡоштар, әтәс, ат, эт, мышы һәм башҡа һындар барлыҡҡа килә. Уларҙы тыуҙырғанда оҫта төрлө алымдар ҡуллана. Һөлдәһен тимер менән йәбештереп, бетон ҡатнашмаһы менән һылап яһалғандары ла, тимерҙең үҙенән генә йәбештерелеп эшләнгәндәре лә бар. Һәр береһе үҙенсәлекле, тирә-йүнгә йәм биреп тора. Эргәһенә килеп фотоға төшөүселәр ҙә, һатып алырға теләүселәр ҙә табыла.

Йорт тышын таш һындар биҙәһә, өй эсендә Самат Мостафиндың оҫта ҡулдары әйтерһең дә ағасҡа йән өргән.

- Атайым бәләкәй саҡтан, белмәйем тигән һүҙ булырға тейеш түгел, тотоп эшләп ҡарарға кәрәк тип әйтеп, йәштән бөтә эшкә, шул иҫәптән балта менән эш итеү серҙәрен дә төшөндөрҙө. Ысынлап та, күңелдә булған ниәтте тормош-ҡа ашырып була, иң мөһиме, теләк булһын. Ағас менән семәрләп эшләүгә ынтылыу бәләкәй саҡта һүрәт төшөрөүгә ҡыҙыҡһыныу булыуҙан да киләлер, - ти ҡул эштәре оҫтаһы.

Ҡалабыҙҙың символы Салауат Юлаевҡа ҡуйылған һәйкәлдең бәләкәй макеты, батырҙың Емельян Пугачев менән осрашыу мәлен һүрәтләгән ағас скульптура һәм башҡа тематик ағас һындар - өй биҙәге. Шулай уҡ ағас бәүелсәк креслолары ла оҫтаның күңел йылыһын һалып, матур-матур семәрҙәр менән биҙәп эшләгән үҙенсәлекле әйберҙәре. Иң тәүгеһен атайыма бүләк иттем, һуңынан инде туғандарға ла бүләк ителде, ти оҫта.

Бынан тыш, ул йорт стеналарын биҙәп, ихатала бассейн эшләп, ейән-ейәнсәр-ҙәренә ағастан уйынсыҡтар яһап ҡуйған, ғөмүмән, матурлыҡҡа, ижадҡа булған уй-ниәттәрен төрлө идеялар аша тормошҡа ашыра. Матурлыҡҡа ынтылырға кәрәк, шул ваҡыт күңелдә лә тик саф хистәр йәшәр, ти Самат Ҡасим улы.


Ғаилә - терәк

Самат Мостафиндың ма-турлыҡҡа ынтылышында уның хәләл ефете Гөлсинә апай фекерҙәш. Хужаның йорт алдын, уның тирәһендә урын-лаштырған таш һындарын хужабикә үҫтергән матур-матур сәскәләр тағы ла йәнләндереп, йәмләндереп ебәргәндәй төҫлө. Гөлсинә Зиләүер ҡыҙы сәскәләр, баҡсала йәшелсә-емеш үҫтереү, картиналар сигеү менән мауыға. Ике уңған тура килһә генә тормош бәрәкәтле була, тиҙәр бит. Самат ағай менән Гөлсинә апайҙың донъялары ике тырыш йәндең ҡото ул. Йорт эсе лә хужа менән хужабикәнең күңел йылыһы менән һуғарылған. Мостафиндарҙың ике улы ла үҙҙәренә оҡшап тырыш, хеҙмәт һөйөүсән, тормоштары теүәл. Хәҙер инде хаҡлы ялдағы олатай менән өләсәйҙең ике ейән менән бер ейәнсәрҙәре иң ҙур ҡыуаныстары.


Читайте нас: