Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Август 2019, 12:01

Ағинәйҙәр йыйыны - Ғафуриҙа

Үткән аҙнала республикабыҙҙың иң хозур, матур төбәктәренең береһе Ғафури районының Уҡлы-ҡая тауы буйында урынлашҡан Таш-аҫты биләмәһенә ҡараған яланда Ағинәйҙәр йыйыны үтте. Ул Гөлфиә Янбаева етәкләгән «Ағинәйҙәр» Башҡортостан Республикаһы төбәк йәмәғәт ойошмаһы һәм Ғафури районы хакимиәте менән берлектә уҙғарылды.

Был сараға ҡала һәм ауылдарҙан 42 делегация, шулай уҡ Силәбе, Ырымбур өлкәләренән дә булды. Йыйын барышында сығыштарҙа башҡорт фольклорын күтәреү юлдары, милли йолаларҙы тергеҙеү, башҡорт кухняһы һәм милли кейемдәр кеүек актуаль мәсьәләләр теоретик һәм практик рәүештә үҙләш-тереп күрһәтелә барҙы. Шулай уҡ программала Ғафури районы ағинәйҙәренең эш тәжрибәһен өйрәнеү ҙә ҡаралған ине.

Йыйында Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, «Тамыр» телеканалының директоры Гөлназ Ҡолһарина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы, профессор Сәлиә Мырҙабаева сығыштары ҡатнашыусыларға хуш килде. Ә инде иң актив ағинәйҙәрҙең (шул иҫәптә мәҡәлә авторы) был мәртәбәле кешеләр ҡулынан бүләктәр, грамоталар алыуы беҙҙе киләсәктә лә әүҙем эшләргә, үҙебеҙгә күберәк кешеләрҙе йәлеп итергә саҡырыу булып торҙо.


Читайте нас: