газета "Салауат"
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Август 2019, 15:57

Бер-береһенән уңған пар

Оҙаҡ йылдар бергә татыу ғүмер иткәндәргә һоҡланмау мөмкин түгел. Уларҙың тормошо ла гел шатлыҡтан тормағандыр, борсоу-һағыштары ла булғандыр, һауыт-һаба ла шалтырап алғандыр. Әммә, улар ғаилә усағына һүнергә ирек бирмәгән, ялҡын өҫтәп, дөрләтер өсөн бөтә көсөн һалған. Яңыраҡ ошондай матур ғаилә - Гөлфара һәм Әхтәм Ғилфановтар менән танышыу бәхете тейҙе.

Улар мине ишек төбөнән үк ихласлап әйҙүкләне. Баҡсаларынан алынған мул уңыштарын эшкәртәләр ине үҙҙәре. Уңған хужабикә уларҙан ҡайнатмалар яһаған, банка эсендәге тоҙланған ҡыяр-помидорҙар ҙа һүрәттәгенән кәм түгел. Йорт хужаһы уларҙы һуңғараҡ гараждарына алып китергә тейеш.

- Бына ошо ябай ғына фатирҙа һәүетемсә донъя көтөп ятҡан мәлебеҙ, - ти улар.

Юҡ, ябай йорт түгел был, унда йылы һәм рәхәт, татыулыҡ һәм берҙәмлек тантана итеүе һиҙелә.

Егет - Ишембай районынан, ҡыҙ Стәрлебаш һылыуы. Икеһе ике яҡтан булған был парҙы Салауат ҡалаһы таныштыра, ҡауыштыра. Йәштәр ул ваҡытта даны әллә ҡайҙарға таралған комбинатта эшләй. Әхтәм ағай - оператор, Гөлфара апай аппаратсы.

- Ҡыҙҙар 6-сы, егеттәр 7-се дөйөм ятаҡта йәшәй. Бер шулай Яңы йыл алдынан ҡыҙҙарҙың ятағында танса ойошторолдо. Егеттәр менән киттек тегендә. Байрам көндәрендә генә инергә рөхсәт бар, ә былай ҡайҙа инде ул ҡыҙҙар янына кереү. Тәртип ныҡ, закон ҡаты. Иптәшем хәләлемдең һеңлеһе Мәҙинә менән дуҫлашып йөрөй ине. Минең күҙ иһә Гөлфараға төштө. Унан һуң ҡыҙҙар беҙҙең ятаҡтағы кисәгә килде. Дуҫым һыҙҙыртып гармун тарта, ә беҙ Гөлфара менән ярышып бейейбеҙ. Кем бирешмәй - шул еңеүсе. Бер мәл Мәҙинә: «Апайым арыны, етте», тине лә гармунды шап иттереп ҡыҫты ла ҡуйҙы. Байрам тамамланды, мин ҡыҙҙы оҙата киттем. Танышлыҡ, дуҫлыҡ шунан башланды, - ти Әхтәм Нәжметдин улы ул йылдарҙы байҡап.

Йәштәр ярты йыл тирәһе дуҫлашып йөрөгәндән һуң сәс-тәрен-сәскә бәйләргә ҡарар итә.

- Әхтәм бер шулай ата-әсәһе менән таныштырырға ауылда-рына алып ҡайтты. Икеләнәм, ҡурҡам. Туғандары ихласлап ҡаршы алды, буласаҡ ҡәйнәм дә асыҡ йөҙ күрһәтте. Аптырап торманым, һауыт-һаба йыуырға тотондом. Шунда Әхтәм беренсе тапҡыр битемдән суп иттереп үбеп алды. Быға тиклем үбеү түгел, ҡосаҡлағаны ла булманы. Башҡа егеттәрҙән айырмалы, бигерәк ипле, әҙәпле ине, - ти Гөлфара апай.

Шулай йәшәп китәләр. Әхтәм ағайҙы ҡәйнәһе «беҙҙең кейәү әүлиә бит ул» тип кенә ебәрһә, Гөлфара апайҙы ҡәйнәһе эш һөйгәне, аҡыллы, булғаны өсөн ихлас ярата.

- Шәл-фәлән бәйләй инем, ә бына ойоҡбашҡа тотонғаным булманы. Ҡәйнәм үксәне бына ошолай итеп бәйләйҙәр, тип бер күрһәтеүе булды, ойоҡто бәйләнем дә бөттөм. Уның шул саҡтағы аптыраулы ҡарашы әле лә күҙ алдымда. Йәнәһе, белмәгән килеш нисек тиҙ генә бәйләп бөтә алған? Әсәйем иптәшемде бик яҡын күрҙе. «Кейәүем» тип кенә торор ине, - ти Гөлфара Муса ҡыҙы.

Ғилфановтар ҡыҙҙары Эльвира менән Зөлфиәгә ғүмер биргән. Балаларыбыҙ тәртипле, аҡыллы булды, тырышып уҡынылар, йөҙөбөҙгә бер ваҡытта ла ҡыҙыллыҡ килтермәнеләр, ти улар. Хәҙер иһә уларҙың үҙ ғаиләһе бар. Икеһе лә яндарында. Оло ҡыҙҙары Зөлфиә эске эштәр бүлегендә психолог, кеселәре Эльвира 25-се башҡорт гимназияһында уҡытыусы булып эшләй. Бәхетле олатай-өләсәй ейәне менән ейәнсәренең генә түгел, ә бүләсәренең дә шатлығын күреп ултыра.

- Йәш ваҡытта ниндәйерәк кәләш йәки кейәү тураһында хыяллана инегеҙ? Теләгәнегеҙ тормошҡа аштымы? - тип һорайым алтын юбилярҙарҙан.

- Аллаға шөкөр, уйҙарым тормошҡа ашты, - ти Әхтәм Нәжметдин улы. - Йөрөгән ҡыҙҙар булманы түгел, булды. Әммә уларҙың барыһы ла эре, һауалы ине, «мин» тип ҡупырынып йөрөүҙән башҡаны белмәне. Шул саҡта их, ябай ғына эшсән берәй ҡыҙҙы осратып, шуға өйләнһәм ине, тип хыялланып ҡуя инем. Ысынлап та, Гөлфарам бик тырыш, бешеренеү, бәйләү эштәренә оҫта, гөлдәр ярата, өйҙө тәртип-таҙалыҡта тота. Үҙе сабыр холоҡло, бер ваҡытта ла яман итеп ҡысҡырып, тауыш күтәргән сағын күргәнем булманы. Биҙәнергә, яһанырға яратманы, бар белгәне эш булды. Әле лә шулай.

- Мин ниңәлер гел матур ҡашлы, ихтирамлы егеткә кейәүгә сыҡһам ине, тип теләнем. Бабайымдың ҡаштары әле лә, йәш саҡтағылай, матур. Ҡыҙҙарыбыҙҙыҡы ла аталары-ныҡына оҡшаған. Әхтәмем балаларҙы тәрбиәләгәндә бик булышты. Йәйен - велосипедта, ҡышын саңғыла Ағиҙел буйына алып китә ине. Хатта усаҡ яғып, ҡаҙан аҫып аш бешереп ашатҡан саҡтары ла аҙ булманы. Шулай әллә күпме ваҡыт саф һауала йөрөп ҡайтырҙар, балаларҙың күңеле булып, шатланышып килеп керерҙәр ине өйгә. Эште ҡатындарҙыҡына, ирҙәрҙекенә бүлмәне, кәрәк икән керен дә йыуҙы, ашарына ла бешерҙе. Бының өсөн ҙур рәхмәтлемен уға, - ти Гөлфара Муса ҡыҙы иптәшенә һөйөү тулы күҙҙәре менән бағып.

Ғаиләне тарҡатмау, һаҡлап ҡалыу өсөн алтын кәңәштәр бармы, тигән һорауыма улар икеһе лә бер тауыштан:

- Иң мөһиме, бер-береңде ихтирам итергә, ғорурлыҡты ситкә ҡуйырға кәрәк. Берең ут булғанда, икенсеңә һыу булыу мотлаҡ. Шул сағында ғына йортта тыныслыҡ та, ышаныс та, мөхәббәт тә булыр, - тине улар.


Читайте нас: