газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июль 2019, 16:46

Йорто барҙың донъяһы түңәрәк

Асҡысың менән үҙеңдең фатирыңды йә булмаһа йортоңдо асып инеү - ҙур бәхет. Кеше тупһаһын тапағандар быны яҡшы аңлар. Ә инде хыялды тормошҡа ашырыуҙа Хөкүмәттең ярҙам күрһәтеүе икеләтә ҡыуаныслы. Уҙған аҙна «Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында»ғы законға ярашлы, 50-нән ашыу льготалы категорияға ҡараған ғаилә шәхси ер участкаларына сертификат алып шатланды. Ер «Көнбайыш» биҫтәһенән бүленгән.

Ҡала хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Дилбәр Мостафина ҡалала был закондың үтәлеше менән таныштырҙы.

- Был закон республикала 2013 йылдан бирле бойомға ашырыла. Алты йыл эсендә ҡалала 1028 участка бирелде. Бөгөнгә льготалы категорияға ҡараған граждандарҙы ер участкалары менән тәьмин итеү 74 процент тәшкил итә. Һәр һан артында - кеше яҙмыштары. Быйыл йыл башынан алып барлығы 232 участка бүленгән. Шулар иҫәбендә һеҙ ҙә бар, - тине ул.

Сертификаттарҙы ҡала хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Михаил Сидоров тапшырҙы. «БР эшҡыуарҙарҙың һөнәри берләшмәһе» союзы директоры Радик Батыров балаларға тәмлекәстәр ҙә таратты. Сара аҙағында күптәрҙең ер участкаларына бәйле һорауҙары тыуҙы: мәктәп төҙөлөрмө, ҡасан һыу, газ, ут үткәрелер, асфальт һалынырмы, автобустар йөрөрмө һ.б.

Ҡаланың баш архитекторы Ринат Абдрахманов был биҫтәлә киләсәктә мәктәптәр, балалар баҡсалары, мәктәпкә ҡушып төҙөлгән бассейны, поликлиника, сауҙа үҙәге, 150 урынлыҡ физкультура-һауыҡтырыу күнекмәләре өсөн бина төҙөләсәге тураһында һөйләне. Ул эштәрҙең бер этапта түгел, ә яйлап башҡарылыуын иҫкәртергә лә онотманы. Күсемһеҙ милеккә идара итеү буйынса комитет рәйесе Салауат Рәхмәтуллин ғаиләләргә артабан ҡайҙа, кемгә мөрәжәғәт итергә кәрәклекте аңлатты.

Дарья Фокина, ике бала әсәһе:

- Икенсе ҡыҙыбыҙ балалар церебраль параличы диагнозы менән тыуҙы. Шул сәбәпле, дүрт йыл элек бушлай ер участкаһы алыуға иҫәпкә баҫҡайныҡ. Һәм, бына, ниһайәт, бөгөн ҡыуаныслы ваҡиға кисерәбеҙ. Әлбиттә, шәхси йортоң булыу - ҙур бәхет.Ҡала хакимиәтенең ошондай категория граждандарына ярҙам күрһәтеүе бик һәйбәт. Әммә әлеге заманда төҙөлөш бик күп аҡса талап итә. Иптәшем бер үҙе эшләй, мин балаларҙы ҡарау менән мәшғүлмен. Кем белә, бәлки йорт һалырға тәүәккәллек тә итербеҙ. Кире осраҡта, ерҙе һатып, беренсе ҡаттан ҙурыраҡ майҙанлы фатир ҡарарға тура киләсәк. Сөнки әле дүртенсе ҡатта йәшәйбеҙ. Ҡыҙымды күтәреп мендереүе ауыр. Беҙҙең йорттар мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың уңайлығы өсөн ҡаралмаған. Был мәсьәлә лә хәл ителһен ине, - ти әсә.


Читайте нас: