газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июль 2019, 18:08

Урман тергеҙеү

25 июлдә, БР Урман хужалығы министрлығының Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәгендә (Өфө районы, Еләкле Аҡлан ауылы) урман хужалыҡтарына техника тапшырыу буласаҡ.

«Экология» милли проекты сиктәрендә урмандарҙы һаҡлау, ҡырҡылған һәм һәләк булған ағаслыҡтар урынына яңыны ултыртыу, урман тергеҙеү майҙанын арттырыу, материаль-техник базаны байытыу ҡаралған. 2024 йылға тиклем урманды тергеҙеү майҙанын15,2 мең гектарға еткереү маҡсаты ҡуйылған, - ти урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

«Урмандарҙы һаҡлау» федераль проектында 2019-2024 йылдарҙа урман хужалығы эштәрен һөҙөмтәле башҡарыуға һәм автопаркты яңыртыуға 422 миллион һум федераль аҡса бүленгән. Быйылға уның лимиты 80,6 млн һум тәшкил итә.

2019 йылдың май айында 50 берәмек техника һәм ҡорамал ҡайтарыуға биш аукцион һәм контракт төҙөлгән. 22 «Беларус 82.1» тәгәрмәсле трактор менән һигеҙ «2ПТС-4,5» тағылмаһы, 20 берәмек урман тергеҙеү ҡорамалы ла ҡайтарылған. Быйыл тағы ла 44,13 млн һумлыҡ техника килеүе көтөлә тип хәбәр итте ведомствоның матбуғат хеҙмәте.

#миллипроекттар
Читайте нас: