- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һыу инеү миҙгеленең тәүге көнөнөдә үк Бөрйән районында ете йәшлек малай һыу аҫтына китте. Аҙна һайын күңелһеҙ статистика арта ғына бара. Июндә шундай осраҡ булды, бер аҙна эсендә 11 кешенең кәүҙәһе һыуҙан сығарылды. Эҫе көндәр бөтмәгән әле. Йыл һайын ошо осорҙа һыуға батыусылар һаны арта. Фажиғәләрҙең төп сәбәбе - һыу инеү өсөн тәғәйен булмаған урындарҙа, шулай уҡ иҫерек килеш һыу инеүҙә. Шуға күрә кешеләрҙе махсус урындарҙа ғына һыуға төшөргә саҡырабыҙ. Республикала 75 пляж сафҡа индерелгән, - тип һөйләй республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.
Уның һүҙҙәре буйынса, хәүеф-хәтәр балыҡ тотҡан ваҡытта ла һағалай. Июнь айындағы өс осраҡты ла килтереп уҙҙы. Иглин районында бер ир карьер янындағы һыу ятҡылығында балыҡ тотҡанда һыуға ҡолай һәм батып үлә. Икенсе осраҡта Илеш районында балыҡ ҡармаҡлағанда өс ирҙең кәмәләре түңкәрелә. Береһен һәләкәткә шаһит булыусылар ҡотҡара, икенсеһен беҙҙең ҡотҡарыусылар һыуҙан алып сығып өлгөрә, ә өсөнсөһөнөң кәүҙәһен водолаздар ғына таба ала. Өфө районында 9 йәшлек малай ярҙан балыҡ тотҡанда ҡармағы менән яңылыш электр сымдарын эләктерә һәм электр тогынан һуғылып һәләк була.
Фәрит Ғүмәров әйтеүенсә, күпселек халыҡ Ағиҙел йылғаһында һәләк була.
- Дөйөм алғанда, республиканың барлыҡ йылғаларына 55 процент батып үлеүселәр тура килә. Ҡалған осраҡтар күлдәр, быуалар, карьерҙар менән бәйле. Һәләк булыусыларҙың 90 проценттан ашыуы - ир-егеттәр. Уҙған йылда ла шул уҡ хәл күҙәтелгәйне - 78 ир, 2 ҡатын, 6 бала һыуҙа һәләк булды, - ти ул.
Белгес билдәләүенсә, бәхетһеҙ осраҡтарҙың өс төп сәбәбе бар. Беренсеһе - эскелек. Иҫереккә диңгеҙ тубыҡтан, тиҙәр. Эсеп алғас, кеше батырлана, бер нәмә лә ҡурҡыныс түгел һымаҡ тойола. Икенсенән, транспорт сараларында һыуға ҡолау ҙа йәйен күбәйә. Мәҫәлән, уҙған йылда өс кешенән торған бер ғаилә Краснокама районындағы күлдә тап ошо рәүешле һәләк булды. Өсөнсө сәбәп балыҡ ҡармаҡлау һәм һыуҙа йөҙөүсе саралар менән бәйле бәхетһеҙлектәр. Әйтәйек, Дүртөйлө районында моторлы кәмәлә йөҙгәндә ун йәшлек малай һыуға йығылып төшөп, башы йәрәхәтләнә.
Һыу инеү миҙгелендә бәхетһеҙ осраҡтарҙы профилактикалау эше нисек ойошторолған, тигән һорауға Фәрит Риф улы былай тип яуап бирҙе:
- Йыһазландырылған пляждарҙа ҡотҡарыусылар эшләй. Быйыл улар Өфөлә генә ун ете кешенең ғүмерен ҡотҡарҙы. Көн һайын республиканың һыу объекттарына рейдтар ойош-торола. Халыҡ теле менән әйткәндә, «ҡырағай» пляждар асыҡланһа, уларҙа ла ваҡытлыса постар ойошторабыҙ, күҙәтәбеҙ.
Үрҙә әйтелгәндәрҙән сығып шуны әйтергә була: таныш булмаған йәки рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инмәҫкә. Яңғыҙ бөтөнләй һыуға төшөргә ярамай. Һәм, әлбиттә, эскән килеш һыуға кереү - ахмаҡлыҡ. Бының өсөн 3 мең һумдан алып 5 мең һумға тиклем административ штраф ҡаралған. Балаларҙың үҙҙәрен генә һыу буйҙарына ебәрергә ярамай. Быйыл һәләк булған биш сабый нәҡ һыу ятҡылыҡтарына яңғыҙы ғына килгән булған бит.
Һыу буйында үҙеңде нисек тотоу тураһында ҡағиҙәләр ябай. Ләкин уларҙы үтәмәү ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтерә. Һыу хаталарҙы ғәфү итмәй!