Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июль 2019, 12:49

Салауат Салауатҡа тоғро

Ҡалабыҙ милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың исемен йөрөтә. Уға бәйле иҫтәлекле урындар байтаҡ: С. Юлаев исемендәге бульвар, «Салауат» спорт-концерт комплексы, гәзитебеҙҙең атамаһы ла милли геройыбыҙға бәйле, «Салауат» телекомпанияһы һ.б.

Әле яңыраҡ ҡала урамдарында ғәҙәти тимер кәртәләр урынына яңыларының урынлаштырылыуына шаһит булдым. Уларҙа батырыбыҙ кәүҙәләндерелгән.

- Бындай ҡоймалар Ленин - Калинин урамдары киҫелешендә урынлаштырылды. Яҡын киләсәктә, август айында, Островский - Калинин урамдары киҫелешендә лә ҡуйырға планлаштырабыҙ. Ниндәй ҡалала йәшәүебеҙҙе онотмайыҡ, батыр исеме мәңгеләштерелергә тейеш, - ти ҡала хужалығы идаралығының юл хужалығы һәм төҙөкләндереү бүлеге начальнигы Айҙар Әхмәтвәлиев.


Читайте нас: