Тантанаға йыйылыусыларҙы ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Дилбәр Мостафина ҡотланы.
- Рәсәйҙә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнеүе бик әһәмиәтле. Салауат ҡалаһы өсөн дә ул мөһим, сөнки беҙҙең ҡалала ла матур хистәр менән йәшәгән, балаларына, тирә-яҡтағыларына ҙур иғтибарлы булған ихтирамға лайыҡ ғаиләләр күп. Шундай парҙарҙың иң яҡшылары бөгөн беҙҙең байрамға саҡырылған. Улар үҙҙәренең бөтә ғүмерен яратҡан ҡалаларына бағышлаған, ошонда улар осрашып, ғаилә ҡорған, балалар үҫтергән, хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрен дә тәрбиәләшәләр. Салауат халҡы ошондай матур парҙарҙың булыуын һәм беҙ уларҙы ихтирам итеүебеҙҙе, ғорурланыуыбыҙҙы белһен, - тине ул үҙенең сығышында.
Зал түренә бер-бер артлы 60 йыл йәшәп, гәүһәр туйҙарын һәм 50 йыл донъя көтөп алтын туйҙарын билдәләүсе парҙар саҡырылды. Улар Людмила һәм Анатолий Губиндар, Лена һәм Миңлеғәли Ҡорманаевтар, Закира һәм Әхтәм Рәхимҡоловтар, Мәҙинә һәм Венер Тазиевтар, Гөлфара һәм Әхтәм Ғилфановтар, Гөлсинә һәм Рәүф Вәлиевтар. Дилбәр Радик ҡыҙы һәр ғаилә менән ихлас аралашты, нисек ғаилә ҡороуҙары, ҡайҙа эшләүҙәре, нисә бала тәрбиәләүҙәре, мөхәбәттәрен нисек оҙаҡ йылдар һаҡлауҙары тураһында һорашты. Юбиляр парҙарға республика етәксеһе ҡотлауы менән бүләктәр тапшырылды.
Шулай уҡ был көндө йәмғиәттә ғаилә абруйын һәм ролен нығытыуға булышлыҡ итеүҙәре, ғаилә ҡиммәттәрен, мөхәббәт, тоғролоҡ принциптарын, балалар тураһында хәстәрлекте таратыуҙары өсөн “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ” миҙалы менән Сасиндар бүләкләнде.
Ғаиләне бала биҙәй, балаһыҙ йорт – йәнһеҙ йорт, тиҙәр. Ысынлап та донъя йәме бит ул балалар. Бына Гөлфиә менән Айрат Заһитовтарҙың да ғаиләләре ишле булыуҙары менән бәхетле. Бөрйән егете менән Ғафури ҡыҙын Салауат таныштыра, улар беҙҙең ҡалаға эшкә килгән була. Ике йәш йөрәк бер-береһенә генә түгел, ҡалаға ла ғашиҡ булып ошонда ғаилә ҡороп йәшәргә ҡала. Икеһе лә шәхси ойошмала эшләп йөрөй. Ҡыҙҙарына 4 йәш, яңыраҡ игеҙәк улдары тыуған. Арыҫлан һәм Нурислам тип исем ҡушҡандар.
- Балалар - ул бәхет, - ти Гөлфиә Сабит ҡыҙы. - Ауырлыҡтар тойолмай, сөнки тормош иптәшемдең дә, ҡыҙым бәләкәй булһа ла уның да ярҙамын, терәген тоям. Бергәләп балаларыбыҙға матур тәрбиә бирә алырбыҙ, тип уйлайым.
Заһитовтарға ҡала хакимиәтенән 50 мең һумға сертификат тапшырылды.
Мәҙинә һәм Венер Тазиевтарҙың ғаилә ҡороп, бергә йәшәй башлауҙарына быйыл 50 йыл тулған. Улар ошо биш тиҫтә йылдың 49-ын Салауат ҡалаһына бағышлаған кешеләр. Венер ағай 47 йыл 18-се комбинатта эшләһә, Мәҙинә Ғосман ҡыҙы 40 йыл буйына 72-се һөнәрселек училищеһында хеҙмәт итә. Улар 2 бала тәрбиәләп үҫтерә һәм 3 ейән-ейәнсәрҙәренә ҡыуанып йәшәйҙәр.
Венер Йомаҙил улы менән Мәҙинә Ғосман ҡыҙы комбинатта эшләй башлағас таныша. Дүрт йыл осрашып йөрөгәс, өйләнешә.
- Иптәшем менән тормоштоң ауырлыҡтарын да, еңеллектәрен дә бергә, иңде-иңгә терәп үттек. Балаларға юғары белем, яҡшы тәрбиә бирергә тырыштыҡ. Йөҙҙәребеҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәйҙәр, матур итеп йәшәп яталар. Яҙмышыма тик рәхмәтлемен генә, ғүмеремдең бер көнөндә лә үкенгәнем юҡ, - ти Мәҙинә апай.
Ғүмер юбилейҙарын билдәләүсе ғаиләләрҙе ҡотлау музыкаль номерҙар менән аралашып барҙы, һәүәҫкәр артистар үҙҙәренең йыр-моңон бүләк итте.
Тантана һуңында зал түрендә 60 йыл бергә донъя көткән Губиндар шәм тоҡандырып яңы ғаилә ҡорған парҙың шәмдәренә үҙ уттарын тоҡандырҙы. Шулай итеп, йәш ғаиләнең усағы ҡабынды һәм уларҙың да мөхәббәте оло юбиляр парҙарыныҡы кеүек ялҡынлы, ихтирамға һәм тоғролоҡҡа нигеҙләнгән булыр тигән теләктәр еткерелде.