Күптән түгел республика ҡалаларының береһендәге хәләл кафела уҙғарылған Ҡөрьән ашында булырға тура килде. Аяттар тыңлап, доғалар ҡылып, мәрхүмдәрҙе иҫкә алдыҡ. Һүҙ юҡ, бик матур итеп хеҙмәтләндерҙеләр, хеҙмәткәрҙәр йүгереп йөрөй, бешергән ризыҡтарына ла һүҙ тейҙерерлек түгел. Таралышҡан саҡта күҙем кафеның алтаҡтаһына төштө. Русса яҙыуы буйынса, кафе тәнәфесһеҙ һәм ял көндәрһеҙ эшләй икән, ә бына башҡортсаһында тәнәфес һәм ял көндәре бар. Өҫтәүенә, иғтибар итһәгеҙ, «ә» хәрефе урынына күп осраҡта «е» хәрефе ҡуйылған. Ярай әле, ҡ һәм ө хәрефттәре «зыян күрмәгән». «24» часа тигәнде бөтөнләй тәржемә итеүҙе кәрәк тип тапмағандар. Яҙыуҙы күреү менән бөтә кәйефем төштө, күңелде ауыр уйҙар биләне. Ниңә инде үҙ бәҫтәрен үҙҙәренә төшөрөргә? Бәлки, күпселек халыҡ быға иғтибар ҙа итмәйҙер. Ә телде яҡшы белгән, аңлаған кеше күрһә, аптырауының сиге булмаясаҡ. Тексты махсус урында, грамоталы белгестәр тәржемә итмәүе асыҡ күренә. Ошондай күренештәр һирәгерәк булһын ине.