Был башланғыс “Демография” милли проектының “Башҡортостанда граждандарҙы сәләмәт йәшәү рәүе-шенә йәлеп итеү системаһын форма-лаштырыу, шул иҫәптән сәләмәт туҡланыу һәм зарарлы ғәҙәттәрҙән баш тартыу” төбәк проектына индерелде.
“Бында туҡланыу үҙенсәлекле, ул шул тиклем тәмле һәм файҙалы, шуға миңә уны рекламалауы ла оят түгел. Күреп торам, ул балаларға ла, белгестәргә лә бик оҡшай. Мотлаҡ рәүештә артабан да һөт кухняларын үҫтерәсәкбеҙ”, - тип яҙып сыҡты Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре барышында һөт фабрикаһы-кухняһы һәм тауарҙары менән танышҡандан һуң. Хәҙер уның аша Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалалары, Мәләүез, Ишембай райондары балаларына һөт, эремсек һәм кефир оҙатыла. Бының өсөн урындарҙа тауар ебәреү өсөн ете нөктә асылған.
Июль башынан беҙҙең ҡала халҡының да күрше Стәрлетамаҡ ҡалаһының ошо кухняһынан һөт аҙыҡтарын алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Ул Дзержинский урамы, 3 адресы буйынса урынлашҡан. Был тәжрибәгә күптәр тик ыңғай ҡарашта. Әлбиттә, ҡалала һөт кухняһының тергеҙелеүе беҙҙең өсөн бик әһәмиәтле, сөнки балаларҙы сифатлы аҙыҡ менән туҡландырыу яғынан бик яҡшы ярҙам, ти күп балалы әсәләрҙең береһе. Хәҙер инде үҙҙәре ата-әсәй булған ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттер үҙҙәренең дә бәләкәй саҡтарында ата-әсәләре менән ошондай һөт кухняларынан тәмле һөт, эремсек алып ашауҙарын хәтерләй. Ә ҡайһы берәүҙәр һөт кухняһы элекке урында урынлашһа, яҡшыраҡ булыр ине, сөнки әлеге урын ҡала ситендә алыҫ урынлашыуы менән уңайһыҙыраҡ, ти. Шулай уҡ балалы ғаиләләргә генә түгел, башҡа халыҡҡа һатылыуын да теләүселер бар.
Һөт кухняһы продукцияларын алыу өсөн салауаттарға социаль яҡлау идаралығынан ғаиләнең аҙ тәьмин ителгәндәр категорияһына ҡарауын иҫбатлаусы белешмә, педиатрҙан рецепт-белешмә, баланың тыуыуы тураһындағы таныҡлыҡтың төп нөсхәһе һәм күсермәһе, йәшәгән урын буйынса теркәлеү белешмәһенең күсермәһе талап ителә. Килешеү төҙөү өсөн Чекмарев урамы, 5/7 адресы буйынса дүшәмбе, шаршамбы һәм йома көндәрендә иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө сәғәт 3-кә тиклем мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ә һөт продукциялары беҙҙең ҡалала аҙнаһына ике көн: дүшәмбе һәм кесаҙна көндөҙгө сәғәт 3-тән киске 6-ға ҡәҙәр бирелә. Һөт аҙыҡтары ярты йәштән алып өс йәшкә тиклемге кескәйҙәргә тәғәйенләнә.