Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июль 2019, 13:47

Ветерандар яҡлау тойһон

Уҙған аҙна ҡалала республика ветерандар советы президиумының киңәйтелгән ултырышы уҙҙы. Унда ветерандарҙың социаль-көнкүреш шарттарын яҡшыртыу йәһәтенән ҡала ветерандар советының ҡала хакимиәте менән берлектәге эше ҡаралды. Киләһе йыл билдәләнәсәк Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерлек темаһы ла ҡуҙғатылды.

Ҡунаҡтарҙы Салауаттың ғорурлығы булған «Юрматы» мемориаль комплексында ҡаршы алдылар. Һуңынан делегация ултырыштың төп өлөшө уҙасаҡ тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейына юлланды. Унда ҡаланың үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары дәртле йыр-бейеүҙәре, бауырһаҡ, ҡымыҙ менән көтөп тора ине. Музейҙың экскурсоводы Валентина Бохарина музейҙың барлыҡҡа килеү тарихы менән үҙенсәлекле итеп таныштырҙы. Ҡыҙыҡһынып, һорауҙар ҙа бирҙеләр.

Ултырышты ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Дилбәр Мостафина асты. Ул ветерандар советының ҡала хакимиәте менән нисек эшләүе тураһында һөйләне.

- Ҡала хакимиәте ветерандар советы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Ул - иң эре ойошмаларҙың береһе. Етәксеһе Гүзәл Хөснуллина - бөгөнгө көнгә иң әүҙем етәкселәрҙең береһе, һәр ветерандың тормошо менән яҡындан таныш. Мәғариф идаралығы, мәҙәниәт бүлеге, Йәштәр эштәре буйынса комитет ветерандар менән ҙур эш алып бара. Ҡалала йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреү өлкәһендә күп эштәр башҡарыла. Йыл һайын Еңеү көнө алдынан сафта йөрөү һәм йыр смотры уҙа, ветерандар менән осрашыуҙар үткәрелә, өйҙәренә барып хәлдәрен белешәбеҙ, «Үлемһеҙ полк» акцияһынан ҡалғаныбыҙ юҡ. Үҙәк китапхана тематик күргәҙмәләр ойоштора. Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерлек мәсьәләһе йыл буйына көнүҙәк буласаҡ, - тине Дилбәр Радик ҡыҙы.

Ул шулай уҡ ҡала хакимиәте башлығы исеменән республика һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары советы рәйесе Валерий Шәриповты Рәхмәт хаты һәм ҡаланың 70 йыллығына арнап сығарылған энциклопедия менән бүләкләне. Башҡа ҡала-райондарҙың ветерандар советы рәйестәренә лә ошондай бүләк таратылды.

Ҡала ветерандар советы рәйесе Гүзәл Хөснуллинаның сығышын да тыңланылар.

- Ойошма 44 мең ветеранды үҙ эсенә алған. Уларҙан 61 кеше - һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, 1350-һе - тыл эшсәндәре, 326-һы - хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусылар. Һәр ветеран үҙен яҡлаулы, ҡурсаулы тойһон өсөн тырышып эшләргә тырышабыҙ. Айырыуса йәш быуынды тәрбиәләүҙә ветерандарҙың роле ҙур. Киләсәктә лә шул юҫыҡтағы эште дауам итербеҙ. Өлкәндәрҙең матди хәлен яҡшыртыу мәсьәләһе көнүҙәк булып тора. Ҡала хакимиәте һәр ваҡыт аңлап, ярҙам итә, - тине ул.

Оло быуын менән йәш быуын - айырылғыһыҙ төшөнсә. Шуға ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Евгения Ельцова ла һүҙ алып, үҙҙәренең ниндәй эштәр башҡарыуҙары менән таныштырыуы ла урынлы булды.


Читайте нас: