газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июль 2019, 13:44

Салауат спидвейы йәшәргә тейеш

Яңыраҡ Салауатҡа эшлекле сәфәр менән Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хабибов килде. Уның менән бергә ҡалала Мотоциклет спорты федерацияһы вәкиле, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, шәхси зачетта - алты, команда зачетында ун ике тапҡыр донъя чемпионы Николай Красников, Башҡортостандың Мотоциклет спорты федерацияһы рәйесе Риф Сәитгәрәев булды.

ың йүнәлештәре араһында иң популяры - спидвей. Салауат ҡала статусы алыу менән 1959 йылда «Төҙөүсе» стадионы барлыҡҡа килә һәм унда шлак һибелгән юл һалынғас та, 1962 йылда тәүге спидвей ярыштары үтә. Шул осорҙан алып барлыҡ салауаттарҙа ошо спорт төрөнә ҡыҙыҡһыныу тыуа, һәр ярыштарҙа трибуналарҙы тултырып тамашасылар килә. Ә инде спидвей менән шөғөлләнгән тиҫтәләгән Салауат егет һәм малайҙары төрлө кимәлдәге һынауҙарҙа уңыштарға ирешә. Тик һуңғы йылдарҙа ғына мотокросс уҙғарыу урынының бик мөшкөл хәлдә булыуы һәр спорт һөйөүсене борсоуға һала. Ҡала ҡунаҡтары ла «Төҙөүсе» стадионында булып, уның хәл-торошо, эшмәкәрлеге менән танышты. Улар шулай уҡ спорт комплексын капиталь ремонтлау һәм төҙөкләндереү мөмкин-лектәре буйынса фекер алышты.

- Беҙҙең стадионда тормош бар әле, яңыраҡ тулы трибуналар менән үҫмерҙәр араһында ярыштар уҙҙы. Миҙгел тамамланғанға тиклем тағы ла бер нисә заезд ойошторорға планлаштырабыҙ, - тине ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлилов. - Ҡасандыр беҙҙең ҡала юғары кимәлдәге ярыштарҙы ҡабул итә ине. Салауат һәр саҡ спорт ҡалаһы булды, уны артабан да үҫтерергә кәрәк. Шулай эшләйәсәкбеҙ ҙә, бергәләп.

- Мотокросс транспорт йөрөтөү мәҙәниәтенә өйрәтә. Резервты әҙерләү төркөмдәрендә балалар мотоцикл менән идара итергә әҙерләнә. Уларҙың ҡайһы берҙәре чемпион да булып китмәҫ, әммә яҡшы водитель буласаҡ. Бөтә илдәрҙә лә мотоспорт бар һәм төрлө ерҙә уның йүнәлештәре төрлөсә: мотокросс, боҙҙа мотоуҙыш, шоссе-түңәрәкле уҙыш, йәйге спидвей. Салауатта бик һәйбәт спидвей мәктәбе бар һәм уның һөҙөмтәләре лә яҡшы. Ҡала өсөн бик кәрәкле булған «Төҙөүсе» стадионы төҙөкләндерелер һәм ҡалала спидвей яңынан һулыш алыр, тип ышанғы килә, - тине Николай Красников.

Осрашыуға ҡаланың ҡайһы бер спортсылары һәм тренерҙары ла килгәйне. Улар белдереүенсә, ҡала халҡы ла, спортсылар ҙа был мәсьәләнең ыңғай хәл ителешен көтә.

- Быйыл беҙ стадионда ҙур булмаған косметик ремонт башҡарҙыҡ, өлөшләтә трек ҡоймаларын алыштырҙыҡ. Өфөнән комиссия килеп эштәрҙе ҡабул итте, талаптарға яуап бирә тигән танытма алдыҡ. Төп проблема - ул тамашасыларҙың ултырыу урындары. Әлбиттә, беҙҙең ҡалала спидвейҙы элекке кеүек меңәрләгән көйәрмән-дәрҙе трибуналарға йыйған спорт булараҡ тергеҙеү теләге көслө. Ҙур трибуна авария хәлендә шул, бәләкәйе менән генә файҙаланабыҙ, унда мең ярым ғына кеше һыя. Шулай уҡ яңы техника менән тәьмин ителеш тә һәйбәттәрҙән түгел. Шуға ҡарамаҫтан, ҡала спидвей уңыштары менән яңғырауын дауам итә, - ти тренерҙар.


Читайте нас: