газета "Салауат"
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июль 2019, 13:39

Ил, милләт, тел киләсәгенә төбәлгән йыйын

Июнь аҙағында башҡорт халҡы өсөн мөһим булған сараларҙың береһе - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы съезы үтте. Быйылғыһы иҫәп буйынса бишенсеһе. Рәсми мәғлүмәт буйынса, ҡоролтайҙа 500-ҙән ашыу делегат ҡатнаша. Шул иҫәптән республикала йәшәгәндәр - 288, Рәсәй төбәктәренән -157, сит илдәрҙән 49 кеше саҡырылған. Бынан тыш, ҡоролтай эшенә республика етәкселеге, район хакимиәте башлыҡтары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, депутаттар барҙы. Тап ошо йыйынға һәр милләттәшебеҙ ҙур өмөттәр бағланы, ул һәммәбеҙҙе борсоған һорауҙарға яуап бирер, бергә туплар, бер юҫыҡта эшләргә йүнәлеш бирер, киләһе 20-30 йылға үҫеш стратегияһын билдәләүе, аныҡ ҡарарҙар ҡабул ителеүе менән башҡорт халҡының тарихында, үҫеш юлында хәл иткес роль уйнар тип көтөлдө. Салауаттан оло йыйында 6 кешенән торған делегация ҡатнашты. Уларҙың бер нисәһенән тәьҫораттары, ниндәй уй-кисерештәр менән ҡайтыуҙарын һорашытыҡ.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ, Салауат ҡалаһы башҡорт-тары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе:

- Өмөтләнеп тә, ашҡынып та, ышанып та, борсолоп та көткән V Бөтә донъя ҡоролтайы ла тарихта ҡалды. Беҙҙең ҡаланан оло форумда алты делегат ҡатнашты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Мөхтәр ағай Сабитов, сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле, сараға бара алманы. Салауат ҡалаһы вәкилдәре ҡоролтайға хакимиәт башлығы Динар Хәлилов етәкселегендә барҙы. Ә дөйөм алғанда, был сарала Башҡортостандан, Рәсәй төбәктәренән, элекке союздаш республикаларҙан һәм сит илдәрҙән килгән 600-ҙән ашыу делегат ҡатнашты.

Нимә генә тиһәләр ҙә, социаль селтәрҙәрҙә нимәләр генә яҙһалар ҙа форум үҙ алдына ҡуйған маҡсат-тарға иреште: халҡыбыҙҙың киләсәген билдәләүсе, үҫеш өсөн нигеҙ булыусы документтар ҡабул ителде. Улар телебеҙгә, мәҙәниә-тебеҙгә, тарихыбыҙға ҡағыла. Башҡалары ошо төп документ-тарҙан сығып эшләнеләсәк. Сәнәғәтте үҫтереү, яңы эш урындары булдырыу, ситтән ҡайтыусы милләттәштәре-беҙҙе лайыҡлы эш хаҡы менән ҡыҙыҡһындырыу, этнотуризм-ды үҫтереү, милли матбуғатты һаҡлап ҡалыу һәм башҡалар. Һанай китһәң, улар бихисап.

Шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының эшсе органдары булдырылды. Бығаса ҡоролтайҙың баш-ҡарма комитеты ғына булһа, хәҙер алты кешенән торған президиум эшләйәсәк. Уның етәксеһе итеп БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова һайланды. 43 кешенән торған башҡарма комитетты Искәндәр Юлдашев етәкләйәсәк.

Иртәгәһен ҡоролтай деле-гаттары Ишембай районын-да ойошторолған “Торатау йыйыны”на килде. Иҫ киткес ҙур байрам сараһында, һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 50 мең самаһы кеше ҡатнашҡан.

Рәшиҙә Буранғолова, Салауат башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, ҡала “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе:

- Мин бер нисә ҡоролтайҙа ҡатнашҡан кеше. Шуға күрә, әлбиттә, элеккеләре менән сағыштырмай булманы. Бы-йылғы башҡорттарҙың оло ҡоро эстәлеге менән бөгөнгө заман талаптарына яуап бирерлек итеп әҙерләнгәйне. Пленар ултырыш та, секция-ларҙағы һөйләшеү ҙә лә бер-береңә оло хөрмәт ҡыҙыл һыҙыҡ өҫтөнә алынды.

Башҡор йәштәренең, бигерәк тә сит өлкәләрҙән килеүселәрҙең күп булыуы, уларҙың конкрет програм-малар әҙерләп килеүҙәре шатландырҙы. Мәҫәлән, сығышы менән Баймаҡтан булған, әлеге ваҡытта Швейцарияла йәшәп ятҡан Айһылыу тигән ҡыҙҙың үҙ телен белмәй үҫкән милләттәштәребеҙгә, башҡа милләт кешеләренә нисек башҡорт телен өйрәтеү буйынса ҡыйыу ҙа, ҡыҙыҡлы ла тәҡдимдәре һоҡландырҙы. Ә Германия делегаты Гөлназ Циммерманн балаларын ғына түгел, немец милләтенән булған тормош иптәшен һәм дуҫтарын да башҡорт теленә өйрәтә, ул хатта эш урынына тирмә ҡуйҙыртҡан. Балалары илдең төп телен генә яҡшы белмәй, инглиз телендә лә, башҡорт телендә лә матур итеп аралаша. Вәт, исмаһам, беҙҙең милләттәштәр өсөн үрнәк.

Мин “Башҡорт теле” секцияһында ҡатнаштым. Унда шуны эшләнек, быны эшләнек, тип һөйләүгә юл ҡуйылманы, ә конкрет проблемалар һәм тәҡдимдәр ҡаралды. Телде өйрәнеү ысынлап та ғаиләнән башланырға тейеш тигән һығымта яһалды. Мин үҙем дә бер тәҡдим индерҙем. Урта махсус уҡыу йорттарына тәғәйенләнгән дәреслектәрҙең ныҡ ҡатмарлы булыуы, ошо арҡала студенттарҙа ҡыҙыҡ-һындырыу тыуҙырмауы, шуға күрә уны дәүләт теле булараҡ өйрәнгән студенттар өсөн һөйләшеү кимәлендә өйрә-нерлек итеп эшләргә кәрәк, тинем. Минең менән күптәр килеште. Киләһе йылдан уҡыу йорттарында әсбаптар ябай-лаштырылыр, тип өмөт итәбеҙ.

Дөйөм алғанда, быйылғы ҡоролтай бик оҡшаны һәм бик фәһемле булды, тип иҫәпләйем.

Гөлнара Хәйбуллина, ”Мираҫ - мәҙәни йолаларҙы йыйыусы, һаҡлаусы һәм таратыусы” 4-се тыуған яҡты өйрәнеү моделле китапхана-филиалы мөдире, “Көмөш тәңкә” башҡорт әҙәби-фольклор коллективы етәксеһе:

- V Бөтә донъя башкорттары ҡоролтайының башҡорт халкы өсөн киҫкен, ауыр мәлдә үткәрелеүе уның әһәмиәтен берҙәй арттырҙы. Сөнки һуңғы бер-нисә йыл эсендә проблемалар күбәйҙе, башҡорттарға яңы үҫеш ысулдарын эҙләү кәрәклеге асыҡланды. Был ҡоролтайҙа бигерәк тә 2-се пленар ултырыш бик фәһемле, продуктив булды. Сөнки республика Башлығы Радий Хәбиров бөтә тәҡдимдәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн реаль шарттарҙы билдәләне.

Мин “Башҡорт мәҙәниә-тен үҫтереү һәм глобаль мәҙәниәт даирәһенә сығарыу” секцияһында ҡатнаштым. Уны мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова алып барҙы. “Башҡорт ҡайҙа ғына йәшәмәһен, ул үҙенең тамырҙарын, боронғо мәҙәниәтен белеп, хәҙерге башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерергә тейеш”, - тине Әминә Ивний ҡыҙы. Секция эшендә башҡорт мәҙәниәтен үҫтереү һәм донъя кимәленә сығарыу тураһында бик күп ҡыҙыҡлы сығыштар, халыҡ ижадын, театр, кино сәнғәтен, менеджментты үҫтереү буйынса ла төрлө тәҡдимдәр булды, төрлө һорауҙар бирелде. Билдәле сәнғәт әһелдәре делегаттарға үҙҙәренең проекттарын еткерҙе.

Миңә Швейцариянан делегат булып килгән башҡорт ҡыҙы Гүзәл Усманова-Гобе менән әңгәмәләшергә тура килде. Ул башҡорт милли мәҙәниәтен таратыу буйынса бик әүҙем эш алып бара. Һабантуй байрамын йыл да ойоштороп торам, Женева халкы хатта, был байрамды, үҙҙәренең милли байрамы кеүек көтөп ала, тине. Шулай уҡ АҠШ-тан килгән Стәрлетамак ҡыҙы Лилиә Абрахманова ла, Америкала үткәрелгән бер башҡорт сараларынан да ҡалмайым, үҙемдең Башҡор-тостанымды һәр ваҡыт һағынып, ашҡынып ҡайтам, ти.

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бик күп арҙаҡлы, билдәле шәхестәрҙе йыйҙы. Бөтә сығыштар ҙа юғары кимәлдә булды. Ҡоролтай йыйылышының беренсе, икенсе көнө лә бик тығыҙ графикта, әммә йылы мөхиттә үтте. Төрлө өлкәләрҙән килгән делегаттар бер-береһе менән бер күреүҙән уртаҡ тел табышып дуҫлашты. Күренекле кешеләр менән танышып, уларҙың фәһемле докладттарын, сығыштарын тыңлағандан һуң, артабан да, киләсәктә башҡорт халҡын, туған телебеҙҙе һаҡлау, үҫтереү буйынса үҙ өлөшөмдө керетеүҙе дауам итәсәкмен, тигән маҡсат менән ҡайттым. Ҡоролтайҙа ҡатнашыуым минең өсөн бик кәрәкле, бай тәжрибә булды.


Читайте нас: