газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июль 2019, 17:21

Балҡып торор ҡала урамдары

Урамдарҙы яҡтыртыу проблемаһы республикала киҫкен тора. Быны Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров та билдәләне һәм мәсьәләне контролгә алды.

Урамда ҡараңғы икән, яңғыҙың тышҡа сығыуы ла ҡурҡыныс. Бәләгә тарымаҫмын тимә. Урлашыу, талауҙар, ғөмүмән, енәйәттәр күбеһенсә төнгө ваҡытта теркәлә. Ә бит төнгө сменаға китеүселәр, таңда эштән ҡайтыусылар бар. Яҡтылыҡ - ул хәүефһеҙлек билдәһе. Ҡалала күптән түгел «Урамдарҙы яҡтыртыу системаларын модернизациялау» программаһы бойомға ашырыла башланы. Ул булған терәктәрҙе һәм линияларҙы ремонтлауҙы һәм иҫке яҡтыртҡыстарҙы энергияны һаҡсылыраҡ файҙаланғандарына алмаштырыуҙы, ут булмаған урындарға яңыларын ҡуйыуҙы үҙ эсенә ала.

- Тәүге яҡтыртҡыстар ҡаланың иҫке районы кварталында ҡуйылды. Диодтар иҫәбенә электр энергияһы аҙ сарыф ителә. Түләүҙәр ҙә күпкә кәмерәк буласаҡ. Яҡтыртҡыстарға япон диодтары ҡуйылған. Файҙаланыу ваҡыты ла ҙур - 50 мең сәғәттән ашыуыраҡ. Был лампаларҙың ыңғай яғы күп. Улар яҡшыраҡ та яҡтырта, линияла көсөргәнеш булғанда ла янып сыҡмайҙар, - ти «8-се төҙөлөш идаралығы» йәмғиәте етәксеһе Айҙар Латипов.

Киләсәктә заманса лампалар бөтөнләй ут булмаған урындарға ла ҡуйыласаҡ.

- Бөгөнгө көнгә ҡалалағы урамдар 68 процентҡа яҡтыртылған. Уны 76-77 процентҡа еткереү күҙаллана. Әле 440 яҡтыртҡысты монтажлауға контракт әҙер. 190 терәү алыштырыласаҡ. Август аҙағына эштәрҙе тулыһынса тамамлау көтөлә. Программаға ярашлы, был маҡсатта ҡалаға 25 миллион аҡса бүленде, - тип һөйләй ҡала хужалығы идаралығы начальнигы Айҙар Әхмәтйәнов.


Читайте нас: