газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июнь 2019, 17:20

Айырма иҫ киткес

Тура бәйләнеш ваҡытында Владимир Путин “Ҡасан да булһа чиновниктар, министрҙар һәм етәкселәр ябай граждандарҙыҡы кеүек эш хаҡы аласаҡмы?” тигән SMS-хәбәрҙе уҡып, уға яуап бирҙе.

Рәсәй Президенты дәүләт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы ни өсөн юғары булыуын ентекләп аңлатты. “Мин ябай хеҙмәткәрҙәрҙең килеме күтәрелеүен теләйем. Әгәр министрҙарҙың эш хаҡын кәметһәк, беҙ квалификациялы кадрҙар таба алмаясаҡбыҙ. Был илдең хәл-торошонда сағылыш табасаҡ. Тәьҫирле ҡарарҙар ҡабул ителмәйәсәк, бөтә пландарҙы тормошҡа ашырыусы булмаясаҡ. Кеше эш һөҙөмтәһе буйынса аҡса ала. Ризамын, айырма иҫ киткес ҙур булырға тейеш түгел”.

Юғалтыуҙар халыҡтың күпләп кредит алыуы менән дә бәйле, тип белдерҙе ил башлығы. 40 процентҡа тиклем эш хаҡы айлыҡ иғәнәләрҙе ҡаплау өсөн тотонола, тип билдәләне Президент. Владимир Путин кредит ставкалары буйынса проценттар юғары булыуына Үҙәк банктың иғтибарын йәлеп итте.
Читайте нас: