газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июнь 2019, 10:39

Иң мөһиме - автобустар йөрөһөн

Күп кенә илдәрҙә, шулай уҡ Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә, йәмәғәт транспортында йөрөү өсөн транспорт карталары ҡулланыла. Башҡортостанда ла хәҙер Берҙәм транспорт картаһы эшләй башлаясаҡ. Юҡ, әле йөрөгәне түгел, ә яңыһы, «Алға» тип аталғаны. Белгестәр иҫбатлауынса, ул бөтә йәмәғәт транспортына иҫәпләнгән һәм карта менән йөрөү арзанға төшәсәк. Автобус салондарында махсус терминалдар ҡуйыласаҡ, картаны махсус урындарҙа һатасаҡтар. 1 июлдән һуң уның уңайлылығын пассажирҙар тойор һәм ҡәнәғәт ҡалыр, тип ышанғы килә. Әлегә был яңылыҡҡа ҡарата бер нисә кешенең фекерен белештек.

Гөлмирә Әминева:

- Транспорт картаһы көн һайын эшкә йәмәғәт транспортында йөрөгән кешеләр өсөн бик тә уңайлы булыр, тип уйлайым. Салауатта, мәҫәлән, трамвайҙа ошондай карта менән йөрөү күптән бар. Минең үҙемә көн дә комбинатҡа йөрөргә тура килгәс, шул картаны алдым һәм бик ҡулай. Тик әлегә түләү, йәғни картаны тулыландырыу ғына әҙерәк ҡатмарлыраҡ кеүек. Сөнки трамвай идаралығының үҙенә барып аҡса һалырға кәрәк. Ҡайһы берҙә онотолоп кителә. Ә берҙәм транспорт картаһы, ишетеп белеүемсә, ошо йәһәттән яҡшыраҡ булмаҡсы. Шулай ҙа юл хаҡын бөтә республикала бер тигеҙ итеп эшләмәҫтәр, тип ышанам, сөнки Салауат менән Өфөнө тиңләү дөрөҫ түгел.

Рәфит Ҡарабаев:

- Дәүләт транспорттарында карта ҡулланыу электән бар. Мине икенсе һорау борсой - шәхси пассажир ташыусылар ҙа был алымға күсерме, әллә элеккесә ҡулаҡса менән иҫәпләшеүҙе һаҡлап ҡалырмы? Салауат ҡалаһында бит күбеһенсә шәхси «Газель»дәр йөрөй. Шулай булғас, ябай халыҡҡа был картаның индерелеүе файҙа бирерме икән - билдәһеҙ.

Фаягөл Сурина:

- Мин пенсионер кешегә һәр тин ҡәҙерле. Шулай ҙа автобуста йөрөр өсөн «Башавтотранс» автобустарында йөрөү өсөн карта алғанмын. Тик беҙҙең ҡалала был ойошмаға ҡараған автобустарҙа йөрөү бик үк уңайлы түгел, сөнки транспорттары һирәк үтә, ҡайһы берҙә оҙаҡ ҡына көтөргә тура килә. Уларҙың «Мерседес»тары, ғөмүмән, уңайһыҙ автобустар, кеше күп булһа, инерлек тә түгел, сығырлыҡ та түгел. Ҙур «Нефаз» автобустары ебәрелгәндә һәйбәтерәк, бигерәк тә беҙҙең кеүек баҡсасы оло кешеләргә ҙур сумкаларыбыҙҙы ҡуйырға урын да бар. Транспорт картаһын индереү - бер, ә бына автобустарҙы ла яңыртыу мөһимлеге икенсе мәсьәлә. Шулай уҡ ташламаларға килгәндә, унда пенсионерҙарға өҫтәмә ташламалар һаҡланһа яҡшы булыр ине.

Руслан:

- Мин автобуста һирәк йөрөйөм. Шуға күрә ҡулаҡса менән иҫәпләшергә теләр инем. Йәмәғәт транспортында карта менән генә түгел, аҡса түләп йөрөү ысулы ла һаҡланып ҡалһын. Махсус карта һатып алһындар тигән маҡсаттан автобустарҙағы юл хаҡын күтәреүҙәре лә ихтимал, тип борсолам. Беҙҙең кеүек ҡулаҡса менән иҫәпләшергә теләүселәр өсөн хаҡтар күтәрелмәһен ине.


Читайте нас: