- “Салауат” гәзите башҡа матбуғаттан милли үҙенсәлеге менән айырылып тора, күп ветерандарыбыҙ уның аша мәғлүмәттәрҙе үҙҙәренең тыуған телдәрендә уҡып белә ала. Беҙҙең ветерандар ойошмаһы тураһында ла даими яҙып тороуҙары оҡшай. Ветерандар советында бағымсылар ярҙамы менән гәзит-журналдар алдырыусылар ҙа, шулай уҡ яратҡан матбуғаттарына үҙҙәре яҙылғандар ҙа байтаҡ. Һәр ҡала һәм район үҙенең милли матбуғатын һаҡлап ҡалырға тейеш. Мәктәптәрҙә туған тел өйрәнелә, ололар үҙ телдәрендә уҡый белә, шулай булғас гәзитте лә һаҡларға кәрәк, - ти совет рәйесе Гүзәл Хөснуллина.
- Хәҙер интернет заманы булһа ла, ҡулға гәзит тотоп уҡыуға етмәй. Был осраҡта мәғлүмәт тә яҡшыраҡ хәтерҙә ҡала. Комьютер менән генә эш итеп үҫкән балаларҙың ҡайһы берҙәре хәҙер ике һүҙҙе ҡушып һөйләй белмәй. Ә инде китап, матбуғатты уҡып, кеше үҫешә, - ти “Газпром нефтехим Салауат” ветерандары советы рәйесе Миҙхәт Рахимҡолов.