газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Июнь 2019, 10:47

Ишектәрҙе асыуы күңелле

Республикала йорт подъездарын ремонтлау буйынса ҡыҙыу мәл бара. Беҙҙең ҡалала ла быйыл байтаҡ ҡына подъезд икенсе, матур төҫ алырға тейеш.

Ошо көндәрҙә БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Хәлил Рәхимов ремонт өсөн башҡа яуаплы кешеләр менән берлектә эштәр барышы менән танышты. Йортта йәшәүселәрҙең фекерен белеште, булған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ҡушты.

Калинин урамындағы 33-сө йорт рәйесе Рита Дәүләтбирҙина һәр нәмәне күҙ уңында тоторға тырыша.

- Тәүге этап яҡшы уҙҙы. Подъездың күптән ремонт күргәне юҡ ине. Стеналар буялды, баҫҡыс яндауырҙары алыш-тырылып, икенсе төҫкә буялды. Почта йәшниктәре ялтлап тора, козырек яңыртылды. «Уфанет» бурыстарына бик яуаплы ҡараны, кабелдәрҙең ҡайҙа йәшерелгәнен дә белмәҫһең. «Башинформ-связь» да был йәһәттән эштәрен тәртипкә кил-терергә вәғәҙә итте. Сырмалсыҡ кеүек уралып торған кабелдәр йорттоң йөҙөн йәмләмәй, - ти ул.

Нина Йәғәфәрова был йортта ҡырҡ йылдан ашыу йәшәй.

- Үҙебеҙҙең йәшлек йылдары, балаларҙың бала сағы ошонда үтте. Подъездың бындай үҙгәреш кисергәне юҡ ине әле. Тарихта беренсе тапҡыр, тип әйтһәк тә була. Ҡыҙҙар бик шәп эшләне. Кәрәк икән ултырғысын, йә башҡа ваҡ-төйәген сығарып бирәбеҙ. Ошонда бергә ҡайнаштыҡ. Ҡараңғы ваҡытта элек подъезд ишеген табып булмаҫ ине. Хәҙер бына заманса энергия һаҡлаусы лампалар ҡуйҙылар. Подъезд төбөнә етә башлаһаң, һине сәләмләгәндәй, яҡтырта башлай. Кергән ерҙәге кафелдәргә генә күҙ һалығыҙ, бик шәп. Тамбурҙа ҡойолорға етешкән ағас ишек ине, хәҙер уның урынында - яңы тимер ишек. Бик ҡәнәғәтбеҙ, - ти инәй.

Рита Марат ҡыҙы көн һайын тиерлек эштәрҙе күҙәтеп бара. Дәғүәләр булһа, шунда уҡ уны яуаплы ойошмаға еткерә. Әй-тәйек, баҫҡыс яндауырҙары тулыһынса яңыға алыштырылып, буялған. Әммә рәйескә уның ҡайһы бер ерҙәрендә ҡытыршылыҡтары булыуы оҡшап етмәй. Подрядсыға был турала еткерелгән, етешһеҙлектәр яҡын арала бөтөрөләсәк.

- Берәй бала ошо яндауырҙан ҡулы менән һыпырылып төшһә, шырау ҡаҙаласаҡ. Шуның өсөн еренә еткерергә кәрәк, - ти Рита Дәүләтбирҙина.


Читайте нас: