Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Июнь 2019, 12:06

Ирек яулар ил батыры

Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнө уңайынан уның һөйкәленә сәскәләр һалыу, мәҙхиә йырлау ҡала йәмәғәтселегенең матур йолаһына әүерелде.

Быйыл да «Аҡбуҙат» ойош-маһы, ҡала башҡорттары ҡорол-тайы, “Ағинәйҙәр” ойошмаһы, ата-әсәләр комитеты батыр һәйкәле янына йыйылды. Сарала бәләкәстәрҙең булыуы айырыуса ҡыуандырҙы. Тыуған илгә, уның батырҙарына ҡарата һөйөү кесе йәштән башлана бит. 53-сө балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре Салауат Юлаев тураһында матур итеп шиғыр һөйләне.

Салауаттың утлы рухы

Йәш күңелдәргә тулған.

Ай-һай, киләсәк,

Батыр рухын беләсәк, - тип кескәйҙәрҙең ялҡынлы телмәр тотоуы иңдәргә ҡанат ҡуйҙы.

Уларҙың тәрбиәселәре Рәхимә Хәйбуллина ла йыйылыусыларға табанан ғына төшкән «Салауат менән һөйләшеү» тигән шиғырын тәҡдим итте. Әлеге заманда маңҡорттарҙың күп булыуына Салауат та ҡайғыра тигән фекерҙә ул. Әммә шул уҡ ваҡытта киләсәктә ғәрсел батырҙарҙың табылырына өмөтө ҙур.

Салауат, ныҡ ҡайғырмасы

Илһөйәрҙәр тыуырҙар.

Таҡыябаш ҡурайыңды

Илһамланып тартырҙар.

Ғәрсел, рухлы батырҙар

Бер сараһын табырҙар, - тип ышаныслы итеп әйтеп ҡуйҙы тәрбиәсе.

Сара йәнле уҙҙы. Ҡурайҙа «Урал»ды һуҙыусылар ҙа, думбырала уйнап, «Урал батыр» эпосын көйләүселәр ҙә булды. Ҡаланың әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, милләтем тип янып йөрөгән Мәзит Әминев та һүҙ алды.

- Мөстәҡиллек яулағанда Салауат Юлаев һәйкәле янына барып, уның эшенә тоғро ҡалырға, тип ант иткәйнек. Шөкөр, республикала башҡорт мәҙәниәте күтәрелде. Ҡалала ла беҙгә шул юҫыҡта эшләргә кәрәк. Бәләкәстәрҙе алып килеп бик шәп иткәнһегеҙ. Рәх-мәт һеҙгә, - тине Мәзит ағай.

«Аҡбуҙат» ойошмаһы рәйесе Ишбулат Иҫәнбаев был сараның мөһимлеген билдәләп үтте.

- Халҡым, милләтем тип янған милли батырыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Ҡала йәмәғәтселеге, балалар, уҡыусылар менән бергәләп ошондай сараны йыл да үткәрергә, тигән бурыс ҡуйырға тейешбеҙ алдыбыҙға. Сөнки үткәндәрҙе белмәйенсә, киләсәкте төҙөп булмай, - тине Ишбулат Лоҡман улы.


Читайте нас: