Ул матди хәле насар ғаиләләрҙән барлығы 1408 баланы һөт ризыҡтары менән тәьмин итергә булышлыҡ итәсәк. Фабрикала 15 төрлө ризыҡ етештерергә күҙаллайҙар. Әлбиттә, продукция Стәр-летамаҡ ҡалаһы балаларына ғына түгел, ә аҙнаһына ике тапҡыр Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Ишембай райондары ебәре-ләсәк һәм беҙҙең Салауат ҡалаһына ла килтереләсәк. Артабан (яҡынса 2019 йылдың аҙағы - 2020 йылдың башы) ошондай фабрикалар филиал булараҡ Нефтекама, Сибай, Октябрьский, Бело-рет ҡалаларында ла барлыҡҡа киләсәк.