газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июнь 2019, 10:48

Сәйәхәт итеү аҡылыбыҙҙы үҫтерә

Күптән көткән йәмле йәй айы килеп тә етте. Ялдарыбыҙҙы нисек һәм ҡайҙа үткәрергә мөмкин? Ҡайһы сит иленә сығыу уңайлы? Кескәйҙәр менән ҡайҙа ял итергә була? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән “Велл” ял итеүҙе ойоштороу агентлығы селтәре етәксеһе Ирина Рәхмәтуллинаға мөрәжәғәт иттек.

- Ирина Сәмиғулла ҡыҙы, ни өсөн тап туристик бизнесты һайланығыҙ?

- Тормош иптәшем менән бер нисә илгә сәйәхәткә барҙыҡ. Сәйәхәт итеү беҙгә бик оҡшаны, ылыҡтырҙы һәм тәьҫораттар тынғы бирмәне. Туристик агентлыҡ асыу идеяһы үҙенән-үҙе килеп тыуҙы. Интернетта мәғлүмәт уҡыным һәм социаль селтәрҙең береһен һайланым. Өс ай ҙа үтмәне, беҙ үҙ компаниябыҙҙы астыҡ.

- Ғөмүмән, туристик эшмәкәрлек ауыр бизнесмы?

- Эйе. Һәр бизнестың үҙ нескәлектәре бар. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, эшем һәм клиенттар менән аралашыу миңә оҡшай. Сәйәхәт итергә барыһы ла ярата. Кемдер мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы мажаралар артынан бара. Икенселәр яңы сит ашамлыҡтар ашап ҡарағыһы килә. Ҡайһы берәүҙәр мәҙәни сараларға тартыла, йә киреһенсә, тыныс ҡына океандан ҡояш сығыуын күҙәтергә ярата. Һәр кемдең сәбәптәре төрлөсә. Ә беҙҙең бурыс - клиентҡа ялын онотолмаҫлыҡ итеп ойошторорға ярҙам итеү.

- “Велл” исеме нимә аңлата?

- Бик матур ял (Велликолепный отдых)!!!

- Кешеләргә мотлаҡ агентлыҡҡа мөрәжәғәт итеү кәрәкме? Үҙ аллы ял итергә китеүе ябайыраҡ түгелме икән?

- Әлбиттә, һәр кеше нисек сәйәхәт итеүен үҙе һайлай. Туристик хеҙмәттәр баҙарында бик күп тәҡдимдәр бар. Әгәр һеҙ ниндәй илгә һәм ял итеү төрөн һайламағанһығыҙ, йә беренсе тапҡыр сәйәхәт итергә сығаһығыҙ икән, юғалып ҡалыуығыҙ бик тә мөмкин.

- Һеҙҙең компанияның айырылып торған үҙенсәлектәре бармы?

- Минеңсә, был һорауҙы беҙҙең клиенттарға биреү урынлылыр. Беҙҙең сайтты ҡараһағыҙ, баһаламаларҙы уҡый алаһығыҙ.

- Ҡайһы компанияны үҙегеҙгә өлгө итеп ҡуйыр инегеҙ?

- Беҙ һәр ваҡыт көнәркәштәргә иғтибар итәбеҙ. Салауатта улар бик күп. Минеңсә, иң көслө һәм лайыҡлыһы - Слетать.ру.

- Быйылғы йәйҙә ҡайһы яҡҡа ялға барыу иң популяр?

- Әлеге көндә иң уңайлы, отошло йүнәлеш - ул күптәрҙең яратҡан Төркиә иле.

- “Ҡыҙыу” турҙы алдан планлаштырып буламы? Был шәп экономиялау ысулы бит.

- Минең уйымса, “ҡыҙыу” турҙы алдан планлаштырыу ауыр һәм ҡыйын, бигерәк тә, билдәле датаға һәм эҫе миҙгелдә. Осор алдынан самолетта урын буламы, уңыш йылмаямы? Бында рулетка һымаҡ, барыһы ла һеҙҙең бәхетегеҙҙән тора. Ҡайһы саҡта отель һәм туристик операторҙарҙан махсус тәҡдимдәр була. Уларҙы күҙәтеп барырға һәм ваҡытында бронләү кәрәк.

- Диңгеҙгә ял итергә барыу өсөн ниндәй минималь хаҡҡа иҫәп тотоп була? Ташламалар яһайһығыҙмы?

- Хаҡтар талаптарҙан, датанан, нисә көнгә барыуҙан тора. Ике кешегә минималь сумма 45 мең һумдан алып, бында ашау ҙа инә. Барыһына ла ташламалар эшләйбеҙ.

- Һеҙҙә дауаланыу турҙары бармы?

- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ. Һауыҡтырыу ялы бар.

- Балалар менән ҡайҙа ял итергә мөмкин? Улар өсөн ҡомло пляжлы, отелдә ҡыҙыҡлы программалар ойошторолған ниндәй илде тәҡдим итерһегеҙ?

- Төркиә, Кипр, Тунис.

- Турҙы рәсмиләштереү оҙаҡмы?

- 15 минут.

- Европаға сәйәхәт итеү өсөн шенген визаһы оҙаҡ эшләнәме?

- Беҙ айырым визалар менән шөғөлләнмәйбеҙ. Әгәр Европаға тур бронләһәгеҙ, уны бер ай алда рәсмиләштереү мотлаҡ.

- Эшегеҙҙә проблемалар ҙа осрайҙыр?

- Билеттарҙы артыҡ бронләүҙәренә һәм осоу программаһына төҙәтмәләр индерә алмайбыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо ике проблеманы хәл итеү беҙҙән тормай.

- Сәйәхәт итергә яратыусылар өсөн теләк-тәрегеҙ.

- Күберәк сәйәхәт итһендәр, яңы асыштар теләйем. Сөнки сәйәхәт итеү беҙҙе үҙгәртә, үҫешергә ярҙам итә. Һүҙемде билдәле француз яҙыусыһы Эмиль Золдең “Сәйәхәт итеү аҡылыбыҙҙы үҫтерә”, тигән цитатаһы менән тамамлағым килә.

- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.


Читайте нас: