Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июнь 2019, 10:50

Кәрәкмәй башҡа һуғыш, донъялар булһын тыныс

22 июнь - илебеҙ тарихындағы иң ҡайғылы дата. Ул көндө немец илбаҫарҙары илебеҙгә ут аса. Миллиондарса кешеләрҙе алып киткән һәм дүрт йылға һуҙылған һуғыш Рәсәйҙең һәр ғаиләһенә ҡағыла.

Шул шанлы йылдарҙың тере шаһиты булған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Надежда Нестерова күптән түгел үҙенең 92 йәшен билдәләне. Һуғыш башланғанда ун ете йәшлек ҡыҙ мәктәпте тамамлаған ғына була. Краснодар крайындағы тыуған Кавказ станицаһынан бөтә ир-егеттәр тиерлек һуғышҡа алынып бөтә. Шул иҫәптән, ҡыҙҙың атаһы менән ағаһы ла Тыуған илде һаҡларға юллана. 1943 йылдың сентябрендә Надежда үҙ теләге менән хәрби комиссариатҡа килә. Өс айлыҡ водителдәр курсын тамамлап, автомобиль йөрөтөүгә хоҡуҡ ала. Япмалы Ford G8T йөк машинаһын бирәләр үҙенә. Машинала Ростовҡа ҡәҙәр барып етә. Унан фронтҡа тимер юл менән платформалар оҙатыла.

- Иҫемдә, машиналарыбыҙ менән бергә беҙҙе поездарға тейәнеләр. Фронт линияһына, Украинаға тиклем ай буйы барҙыҡ. Көнөнә 300 грамм сохарыйҙан башҡа бер нәмә лә бирмәнеләр. Күрмәгәндәр ҡалманы, аслығы ла, һыуығы ла үҙәктәргә үтте, - тип күҙ йәштәре аша хәтирәләргә бирелә Надежда Васильевна.

Ҡыҙ 45-се автомобиль полкының фронт водителе булып хеҙмәт итә. Дошман уты аҫтында яу яланынан яралы һалдаттарҙы күп ташый ул. Үлеләрҙе лә алып сығырға тура килә. Автомобилдә ике кеше йөрөйҙәр. Береһе машина йөрөтә, икенсеһе - запаста. Хәрби позицияларҙы хәрби кәрәк-яраҡтары һәм ҡоралдар менән тәьмин итеү менән дә шөғөлләнә. Хәрби ҡаҙаныштары өсөн II дәрәжәле Бөйөк Ватан һуғышы ордены, Жуков миҙалы, «1941 - 1945 йылдарҙағы фронтовик» знагы, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең юбилей миҙалдары менән бүләкләнә.

Ҡыҙҙар ҡыҙҙар инде. Хатта фронтта саҡтарында ла уларҙың гүзәл, һылыу булғылары килә.

- Нисектер бер, Польшалағы бер ауылға килеп эләктек. Ул ваҡытта полкта беҙ өс әхирәт инек. Шунда бик матур бер кофта таптыҡ. Ундай кейемде бер ваҡытта ла күргән юҡ. Унан һуң кофтаны форма аҫтынан сиратлап кейҙек, - ти Надежда Нестерова.

Һуғыш бөтәрәк, 1945 йылдың апрелендә уларҙың полкын тарҡаталар. Командирының һүҙҙәре Надежда Васильевнаның әле булһа ҡолағында сыңлаған кеүек. «Һылыуҙар, тыуған яҡтарығыҙға ҡайтығыҙ, балалар тәрбиәләп үҫтерегеҙ», - ти ул.

Әйләнеп ҡайтҡас, ҡыҙ тыумышы менән Башҡортостандан булған йәш летчик Александр менән таныша. Үҙҙәренсә туй үткәрәләр, һуғыштан һуңғы йылдарҙа байрамдарҙағы өҫтәлдәр ҙә һый-ниғмәттән һығылып тормай әле. Унан һуң, бергәләп Салауатҡа киләләр. Һуғыштан һуң ветеран руль артына ултырмай, иң изге һөнәрҙәрҙең береһе - шәфҡәт туташы эшен һайлай, утыҙ йылға яҡын 20-се медицина-санитария часында эшләй.

70 йыл бергә иңгә-иң терәп ғүмер кисергән Надежда һәм Александр Нестеровтар ике ҡыҙға ғүмер биргән. Әлеге көндә дүрт ейәненең һәм бүләләренең шатлығын күреп йәшәйҙәр. Надежда Васильевна ул йылдар тураһында бик һөйләргә яратмай. Кәрәкмәй башҡа һуғыш, донъялар булһын тыныс, тип теләй ул.


Читайте нас: