газета "Салауат"
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Июнь 2019, 11:15

Һәр яҡлап та уңышлы шәхес

Уның кеүек һәр саҡ алсаҡ, ихлас, дәрт-дарман бөркөлгән кешеләр гел иғтибар үҙәгендә. Тап ошо сифаттары менән улар яҡындарына ла, эшенә лә нур өләшеп йәшәй. “Салауат” телекомпанияһының баш мөхәррире, БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм РФ-тың, БР-ҙың Журналистар союзы ағзаһы Әлфирә Сабитованың бай тормошо, күркәм донъяһы, тынғыһыҙ хеҙмәте менән яҡындан танышҡас, күңелдә хөрмәт билгеһе уянды.

Үткер, сая Әлфирә Мөхтәр ҡыҙы бәләкәйҙән лидер һәм гел алдынғылар рәтендә була. Ул урта мәктәпте тамамлағас, инглиз телен артабан өйрәнеү маҡсатында баш ҡалаға юғары белем алырға юллана, әммә конкурстан үтмәй. 19-сы мәктәптә пионервожатый булып хеҙмәт юлын башлай. Ә киләһе йылына сәмле ҡыҙ Стәрлетамаҡ педагогия институтына ситтән тороп уҡырға керә. Ул уҡып та, эшләп тә йөрөй.

Ваҡыт үтә тора. Әлфирә кейәүгә сығып, тәүҙә ҡыҙы, һуңынан улы донъяға килә. Ул декрет ялында ултырғанда, урындағы телевидениеға баш-ҡорт һәм рус телдәрен белгән диктор кәрәк, тигән иғлан күҙенә салына. Ул үҙенең бәхетен һынап ҡарай һәм конкурста еңеп сыға.

- Беҙ йәшәгән фатирҙа ишектең ярты яғы быяла ине. Телевизор уйнайбыҙ, тип шунда ҡыйлана торғайныҡ. Күрәһең, күңелем бала саҡтан уҡ буласаҡ эшемә тартылғандыр.

Беренсе эфирға сыҡҡан мәлем әле лә хәтеремдә. Ҡотлауҙар тапшырыуын алып барырға кәрәк. Бөтә һүҙҙәрен ятлап алдым. Элек суфлер юҡ. Етәксебеҙ тапшырыу башланыр алдынан ғына оҙон, ҡатмарлы һөйләм яҙып, ҡулыма тотторҙо. Ятлап ултырырға ваҡыт юҡ. Үҙемде ҡулға алып, көс хәл менән уҡып сыҡтым. Ә беренсе эшләгән яңылыҡтар сюжетым Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бағышланған «Офицер балы» ине, - тип хәтергә төшөрә тәүге эш көндәрен Әлфирә.

Күп тә үтмәй Әлфирә Мөхтәр ҡыҙы ҡыйыу фекерле, мәғлүмәтле, үҙ һөнәренең оҫтаһы булған журналист булып таныла. Үҙе лә, башҡарған эштәре лә уңышҡа өлгәшеп тора. Тормош иптәше менән юлдары айырылһа ла, ауырлыҡтарға бирешмәй, ике балаһын аяҡҡа баҫтыра. Иң ҙур ҡаҙанышым да, бәхетем дә - әсә булыуҙа, ти ул.

Әлфирә Мөхтәр ҡыҙының эшендә тырышлығын күреп, тәүҙә сығарылыш мөхәррире, һуңынан баш мөхәррир итеп үрләтәләр. Ул йылдар дауамында тупланған бай тәжрибәһен йәштәр менән дә ихлас уртаҡлаша. Уларҙы һөнәри йәһәттән үҫешергә, даими рәүештә белемдәрен камиллаштырырға, замандан артта ҡалмаҫҡа өндәй. Ярҙамсыл, киң күңелле, шул уҡ ваҡытта талапсан да булғаны өсөн хөрмәт итә һәм ярата уны коллегалары.

- Һеҙ кемде үҙегеҙҙең остазығыҙ тип һанайһығыҙ?

- Әлбиттә, тәү сиратта тормошта үҙ урынымды табырға ярҙам иткән ата-әсәйемде. Рус мәктәбендә уҡыһам да, улар башҡорт теленә һөйөү, рухлы итеп тәрбиәләнеләр. Һәр һөйләм аҙағында нөктә ҡуйылғандай, башлаған эшеңде тамамлап, йөпләп ҡуйырға кәрәк, тип өйрәтте атайым. Шулай уҡ журналистика серҙәренә төшөндөрөүсе Раиса Зыкинаға, Вансит Аҙнағоловҡа ла оло рәхмәтлемен. Ошо хөрмәтле остаздарымдың төплө белемле булыуы, хәстәрлек менән ҡарауы, уларҙың ярҙамы күңелдә тәрән ихтирам булып һаҡлана, - ти ул.

Ҡәләм оҫтаһы әйтеүенсә, журналистың төп ҡоралы - һүҙ менән дә артыҡ мауығырға ярамай. Һәр һүҙ уйланылған, һандар һәм дәлилдәр ентекле тикшерелгән булырға тейеш.

- Йәшәүгә, эшкә көс һәм дәрт кешеләрҙе, тормошто яратыуҙан киләлер. Беҙҙең эш үҙе үк илһам сығанағы бит. Эшемде яратам, күңелемде биреп хеҙмәт итәм. Яратмайынса, үҙеңде көсләп йөрөтһәң, уңыш ҡаҙаныуың икеле, - ти Әлфирә.

Әлеге көндә эше менән генә түгел, ғаиләһендә лә бәхетле Әлфирә ханым. Балалары белем алып, үҙ тормошо менән йәшәй. Бер йыл элек Наил Абдула улы менән танышып, ҡауышалар. Тормош иптәше Себер тарафтарында эске эштәр идаралығынан полиция майоры булып хаҡлы ялға сыға. Ул һөйгәне янына күсеп килеп, ҡалабыҙҙың һаҡ хеҙмәтендә эшләй. Улар буш ваҡыттарын гел бергә үткәрә, сәйәхәт итергә ярата. Ә уңған хужабикә тәмле бәлештәр бешерә, бәйләй, бисер менән шөғөлләнә. Өлгөр бар ерҙә лә өлгөр инде.

Ҡырҡ йәшкә тиклем дан өсөн эшләһәң, ә ҡырҡтан һуң дан һинең өсөн эшләр, тиҙәр бит. Әлфирә Сабитованың оҙаҡ йылдар тырыш хеҙмәте лә бик күп Маҡтау грамоталары менән баһаланған. Ә ошо көндәрҙә ул “БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булды. Уның фекеренсә, был юғары исем - “Салауат” телекомпания коллективының берҙәм эш һөҙөмтәһе.


Читайте нас: