газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Июнь 2019, 11:06

Ҡалабыҙ матур, кешеләре күркәм

12 июндә салауаттар һәм ҡала ҡунаҡтары икеләтә байрамды - Рәсәй һәм Ҡала көндәрен билдә-ләне. Мәҙәниәт һәм ял паркында ойошторолған байрам саралары олоһон да, кесеһен дә бергә йыйҙы. Тәбиғәт тә тырыш, уңған һәм тыуған ҡалаһын яратҡан халыҡҡа бүләк булһын тигәндәй, ҡояшлы, аяҙ көнө менән шатландырҙы.

Тантаналарҙа абруйлы ҡунаҡтар РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлилов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтенең генераль дирек-торы Айрат Кәримов, ҡаланың Почетлы граждандары, Совет депутаттары, предприятие, учреждение, ойошмалар етәкселәре ҡатнашты. Улар тәүҙә Салауат ҡалаһының тарихын сағылдырған стенд-тарҙы ҡараны, һуңынан паркта эшләгән майҙансыҡтар менән танышып сыҡты.

- Салауаттарҙың барыһын да Рәсәй һәм Ҡала көндәре менән ихлас ҡотлайым, - тине Зариф Закир улы. - Рәсәй үҙенең биләмәһе, тәбиғи байлыҡтары менән генә түгел, уңған, тырыш халҡы менән дә дан тота. Илебеҙ күп милләтле булһа ла, халыҡтар дуҫ, татыу йәшәй һәм илебеҙ ошоноң менән дә көслө. Ете тиҫтә йыл элек ҡала урынында ҡоро ялан булыуын күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Ошо урында Салауат тигән матур ҡала ҡалҡып сыға һәм ул йылдан-йыл күркәмләнә бара. Ике-өс йыл элек салауаттар ҡалала фонтан булыуы хаҡында хыяллана ине, бөгөн ике фонтан биҙәй уны. Әлбиттә, мәсьәләләр бар әле һәм беҙҙең киләсәк быуын тағы ла йәмлерәк ҡалала йәшәһен өсөн тырышасаҡбыҙ.

Был көндө мәртәбәле ҡунаҡтар ҡалабыҙҙың фиҙаҡәр хеҙмәте менән дан ҡаҙанған кешеләрен бүләкләү буйынса матур йоланы атҡара. Республиканың барлыҡҡа килеүенең 100 йыллығы уңайынан юбилей миҙалдары ҡала дауаханаһының врач-педиатры, БР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Венера Вахитоваға, Яңы-Салауат ТЭЦ-ы пенсионеры, БР-ҙың атҡаҙанған энергетигы Марат Вахитовҡа, Афғанстандағы хәрби хәрәкәт ветерандары комитеты рәйесе Миҙхәт Заһитбаевҡа, БР-ҙың атҡаҙанған машина төҙөүсеһе Федор Золотаревҡа, ҡаланың Почетлы гражданы, БР-ҙың атҡаҙанған иҡтисадсыһы Зинаида Кәримоваға, ҡаланың Почетлы гражданы, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Иван Лебедьковҡа, мәғариф ветераны, РФ-тың халыҡ мәғарифы отличнигы Нелли Петроваға, ҡаланың Почетлы гражданы, РФ-тың атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре Ғафар Усмановҡа, 9-сы йорт идаралығы директоры, БР-ҙың атҡаҙанған хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәре Анна Йосоповаға бирелде.

Ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлилов игеҙәк балалары тыуған ғаиләләргә 50 меңлек сертификаттар тапшырҙы. Анна һәм Александр Крыпчиндар, Нурсилә һәм Илшат Мәүлетовтар ошондай бүләк алды. Шулай уҡ бер төркөм ҡала хеҙмәтсәндәре Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

Байрамда һәр кем күңел асты, ҡул эштәре оҫталарының ижады менән танышты, төрлө конкурс-тарҙа, ярыштарҙа ҡатнашты. Бигерәк тә ҡаланың өҫтәмә белем биреү, мәҙәниәт учреждениелары ойошторған сараларға халыҡ әүҙем ҡушылды. Ҡул эштәренә өйрәнергә теләүселәргә оҫталыҡ дәрестәре үткә-релде, күмәкләп бейеү, күнекмәләр эшләү йәш-тәрҙең күңелен күтәрҙе. Спорт бәйгеләре лә салауаттарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Гер, штанга күтәреү, арм-спорт, шахмат, футбол кеүек ярыштарҙа үҙ көстәрен һынап ҡаранылар. Ә бына милли көрәш майҙанына инде был спорт төрөнөң бар алымдарын яҡшы белгән егеттәр сыҡты.

Күптәр ихлас концерт програм-маһына тамаша ҡылды. 12 июндә Ҡала көнө программаһының киске өлөшө башлыса Салауат коллективтарының сығышынан торһа, бөгөн, йәғни 14 июндә, В.И.Ленин исемендәге майҙанда Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкинаның «Рәсәй йырҙары» фестиваль-марафоны менән дауам итә.


Читайте нас: