газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июнь 2019, 14:11

Яңы хеҙмәттәшлек

Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Рәсәй почтаһы”ның генераль директоры Николай Подгузов менән осрашты.

Һөйләшеүҙә республика биләмәһендә почта элемтәһен үҫтереү, хеҙмәтләндереү төрҙәрен киңәйтеү, заман технологияларын индереү мөмкинлектәре ҡаралды. “Рәсәй почтаһы”, мәҫәлән, Башҡортостанда автоматлаштырылған ҡеүәтле логистик үҙәк төҙөргә ниәтләй.


“Рәсәй почтаһы” менән хеҙмәттәшлек беҙҙең өсөн үтә мөһим. Республикала почта селтәре ныҡлы үҫешкән. Шулай ҙа бындай учреждениеларҙың 500 самаһы килем килтермәй, әммә компания уларҙы ҡарап тора. Ошондай социаль яуаплылыҡ өсөн ҙур рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ һеҙҙең мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ. Һәм, әлбиттә, республикала заманса логистик үҙәк төҙөү буйынса һуңғы ҡарарығыҙҙы көтәбеҙ. Был эш төбәктә почта элемтәһен үҫтереүгә яңы һулыш бирәсәк. Республика халҡы өсөн яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк, хеҙмәтләндереү сифаты артасаҡ”.
Радий Хәбиров менән Николай Подгузов Башҡортостан Хөкүмәте һәм “Рәсәй почтаһы” араһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Читайте нас: