газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июнь 2019, 11:08

Ихатала - ҡаланың йөҙө

Шулай яңыраҡ 53-сө кварталдан үтеп барам. Ихаталағы өр-яңы уйын майҙансығында бала-сағалар гөр килә. Балаларының рәхәтләнеп уйнауҙарын ата-әсәләре, олатай-өләсәйҙәре күҙәтә. Йәйҙең матур көнөн компьютер, телевизор алдында түгел, ошолай хәрәкәттә, һауала үткәреүҙәре ҡайһылай һәйбәт, тип эстән генә ҡыуанып ҡуйҙым.

Ҡалала ошондай яңы, матур, зауыҡлы уйын майҙансыҡтарының күбәйеүенә өмөт бар. Сөнки республикала тормошҡа ашырыла башланған “Башҡорт ихаталары” тигән программа 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Ошо ваҡыт эсендә төбәктә өс меңгә яҡын ихата төҙөкләндереү планлаштырылған, уларҙың 480-е быйыл файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Программа ҡатнаш финанслау тәртибенә нигеҙләнгән. Аҡса-ның 99 проценты республика ҡаҙнаһынан бүленә, 1 процент - халыҡтыҡы.

Былтыр беҙҙең ҡалала 13 ихатала төҙөкләндереү эштәре башҡарылған. Уларҙың етәүһендә яңы асфальт һалынған, алтауһында бәләкәй архитектур ҡоролмалар һәм уйын майҙансыҡтары барлыҡҡа килгән. Быйыл Салауатта барлығы 12 ихатаны төҙөкләндереү планлаштырылған.

Биләмәләрҙә ниндәй эштәр үтергә тейешлеген кешеләр үҙҙәре һайлай. Беҙҙең ҡалала подряд ойошма оҙаҡламай ошо программа буйынса Калинин урамы, 6, 10, Ленин урамы 41, 43 һәм Өфө урамы, 100 адресына ҡараған ихаталарҙа эшкә тотонорға әҙер. Ундағы буласаҡ майҙансыҡтың проекты халыҡ фекеренә таянып раҫланған. Эштәр башланыр алдынан ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлилов урынға сығып, ошо йорттарҙа йәшәүсе салауаттар менән аралашты. Осрашыуҙа ҡала хакимиәте хужалығы, идара итеүсе компания, подряд ойошма вәкилдәре лә ҡатнашты.

- Был биләмәгә ҡараған йорттарҙың барыһының да алдына тротуар һалынасаҡ, машина ҡуйыу урындары ҡайһы ерҙә асфальтланасаҡ, ҡайһы ерҙә киңәйтеләсәк. 14 яҡтыртыу, видеокүҙәтеү ҡоролмалары ҡуйыласаҡ. Шулай уҡ һәр подъезд алдына эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары, декоратив ҡоймалар урынлаштырыу ҡаралған. Ә ял итеү зонаһында теннис һәм волейбол уйнау урындары булдырыу планлаштырылған, - тип таныштырҙы төҙөкләндереү проекты менән 9-сы йорт идаралығының баш инженеры Оксана Редькина.

- Проектты тормошҡа ашырғанда заказсы, подряд ойошма һәм милекселәрҙең берҙәм булыуы мөһим. Мәҫәлән, парковка урындарын эшләгәндә, водителдәр машиналарын икенсе урынға ҡуйып торһа, эштәр етеҙерәк барасаҡ. Шулай уҡ подряд ойошмаһының эште теүәл үтәүен, сифатын халыҡ та, ҡала хужалығы идаралығы ла контролдә тотасаҡ. Шуныһы ла мөһим, был эштәр милекселәр йыйылыш үткәреп ҡабул иткән протокол нигеҙендә башҡарыла, шуға күрә һеҙҙән дә яуаплылыҡ талап ителә, - тине Динар Хәлилов.

Осрашыуға килгән халыҡ ихата-ларҙы төҙөкләндереү программаһына эләгеүҙәренә шат булыуын белдерҙе. Беҙ төҙөк ихатаға һаҡсыл ҡарарға һәм ҡулдан килгәнсә уны йәшелләндерергә, матурларға тырышасаҡбыҙ, тинеләр. Әйткәндәй, был йорттарҙа капиталь ремонт эшләнгән һәм уларҙың барыһы ла “Республиканың иң яҡшы күп фатирлы йорттары” тигән конкурста еңеү яулаған.


Читайте нас: