Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь 2019, 10:27

Ипотеканың процентын төшөргәндәр

- Республикала торлаҡ төҙөү өсөн аҡса туплау программаһы буйынса ипотека ставкаһы 5,5 процентҡа тиклем кәметелгән, тиҙәр. Илсур Ханов.

- «Уралсиб» банкы 27 майҙан торлаҡ төҙөү өсөн аҡса туплау республика программаһында ҡатнашып, 6 йылға вклад асҡан граждандар өсөн ипотека кредиты буйынса ставканы йылына 5,5 процент тип билдәләргә хәл итте (элек 6 процент ине).

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Егор Родин фекеренсә, бындай үҙгәрештәр ипотека ставкаһын кәметеү йәһәтенән «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектын тормошҡа ашырыуҙа, Рәсәй Президентының Май указында нығытылған маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеүҙә һәм граждандарға торлаҡ алыу мөмкинлеген арттырыуҙа мөһим аҙым булып тора.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2014 йылдан Башҡортостанда торлаҡ өсөн аҡса йыйыу системаһын индереү проекты уңышлы бойомға ашырыла, 2017 йылдың уртаһынан ошо программаның тәүге ҡатнашыусылары льготалы процент ставкаһы буйынса торлаҡҡа кредит ала башланы. Әлеге ваҡытта төбәктә ошо программа ярҙамында 1,4 меңдән ашыу ғаилә үҙҙәренең торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан.
Читайте нас: