газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июнь 2019, 11:30
Лагерға бараһы матур ял итәһе ине
Башҡортостандың йәйге һәм мәктәп лагерҙары, шифаханалар каникулдар осоронда 390 меңдән ашыу баланы ял иттереүгә һәм һауыҡтырыуға ҡабул итергә әҙер (бөтә уҡыусыларҙың 83проценты). Был хаҡта Хөкүмәттәге кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин белдерҙе. Ошо маҡсатҡа 1 миллиард 833 миллион 770 мең һум бүленгән. Шуның 1,5 миллиард һумдан ашыуы – республика ҡаҙнаһынан һәм 272,2 миллион һумы – муниципаль бюджеттарҙан.
Республика Хөкүмәтендә билдәләү-ҙәренсә, балалар өсөн 2 652 ойошма әҙерләнгән: 1407-һе - мәктәп яны лагеры, 110-ы - ҡала ситендә, 985-е - хеҙмәт һәм ял лагеры, 27-һе - балалар шифаханаһы, 37-һе - палаткалы лагерь, 85-е - профилле лагерь.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһе һүҙҙәренсә, бер балаға йәйге ял һәм һауыҡтырыу юлламаһының уртаса хаҡы төбәк ҡаҙнаһына 17 мең һумға төшә.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?