Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июнь 2019, 11:12

Әҙ бәпәйләйҙәр республикала, әҙ...

Ағымдағы йылдың беренсе кварталында Башстат республикала тыуымдың кәмеүен һәм үлемдең аҙайыуын теркәгән. Тәбиғи кәмеү 2404 кеше тәшкил иткән. Үлем осраҡтары 16957-нән 16366-ға тиклем кәмегән.

Ғинуар-мартта төбәктә 10446 сабый тыуған (2018 йылдың беренсе кварталына ҡарағанда 1145-кә аҙыраҡ). Туғыҙ районда ғына тыуым буйынса ыңғай динамика күҙәтелә.

Үлем сәбәптәре элеккесә ҡала. Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән яҡты донъянан китеү осраҡтары 16 процентҡа артҡан, онкология сирҙәренән вафат булыусылар 3 процентҡа кәмегән. Архангел, Әлшәй, Стәрлебаш райондары яман шеш менән сирләү буйынса алда килә: 1000 кешегә 279, 334, 366 кеше. Учалы, Йылайыр, Көйөргәҙе райондарында 1000 кешегә 800-ҙән ашыу кеше, Ауырғазыла һәм Ишембайҙа 1000 кешегә 900-ҙән күберәк кеше йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән ауырыған. Ҡалаларҙа йышыраҡ инфекцияларҙан һәм яман шештән вафат булалар. Ауылдарҙа иһә тын алыу органдары, аш һеңдереү, бәүел-енес сирҙәренән һәм тышҡы сәбәптәрҙән. Шуның менән бергә юл-транспорт ваҡиғаларында үлем осраҡтары 30 процентҡа артҡан - беренсе кварталда юлдарҙа 21-гә күберәк кеше һәләк булған.

Сабыйҙарҙың үлем осраҡтары ла артҡан: уҙған йылдың ғинуар-мартында - 72 (1 йәшкәсә сабыйҙар), быйыл беренсе кварталда 76 бала яҡты донъя менән хушлашҡан.

Шулай ҙа һаулыҡ һаҡлау министрлығы, «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектында билдәләнгән саралар планын үтәп, ошо проблемаларҙы еңеп сығырға тәҡдим итә.


Читайте нас: