газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Май 2019, 15:52

Күҫәк күтәреп кермәгәйҙәре тағы

Бынан теүәл ярты быуат элек булған ваҡиғаларҙы хәҙер күптәр хәтерләмәйҙер ҙә әле. Хәйер, 1969 йылдың шомло-шөбһәле яҙын беҙ ҙә яҙа-йоҙа ғына иҫләйбеҙ, сөнки ул ваҡытта 5-6 йәшлек бала булғас, ололарҙың һөйләгәндәрен, ҡыҙып-ҡыҙып бәхәс ҡорғандарын аңлап та етмәгәнбеҙҙер. Хәҙерге йылдар бейеклегенән ул йылдарға күҙ һирпһәң, ысынлап та, илебеҙ яңы һуғыш афәте алдында торған – әле яңы ғына үҙебеҙ бәпләп-ҡурсалап тәхеткә ултыртҡан Ма́о Цзэду́ндың күҙҙәренә ҡан һауған баш киҫәрҙәре Совет – Ҡытай сигендә боларыш ойоштора. Был һуғышта әлеге ваҡытта ҡалабыҙҙа йәшәгән Әсғәт ағай Ҡорманаев та ҡатнаша.

Үҙен мырҙалар династияһы-нан тип һәр ваҡыт ғорурлыҡ менән иҫкә төшөрөп торған Әсғәт ағай менән редакция бүлмәһендә һөйләшеп улты-рабыҙ. Күптән күреп-белгәнгә, мин уны үҙемдең тиҫтер, тип уйлай инем. Хатта шаяртҡылап та алғылаған саҡтар булғыланы, ә ул, баҡтиһәң, университетта уҡып ҡына йөрөгән сағынан үҙе теләп һалдатҡа киткән, армия сафында, әле танау аҫтына мыйыҡ та ҡунмаған килеш, ҡатмарлы ғына һынауҙарҙы ла кисергән олпат ағай икән.

Әсғәт ағай ракета һәм артиллерия ғәскәрҙәренең раз-ведка идаралығының топогра-фия взводына эләккән.

- Даманскийҙағы конфликт бик күптәнге проблема. Уның иң ҡыҙыу мәле 1969 йылдың 14 мартына тура килә. Тап ошо көндө ҡытай хәрбиҙәре сикте боҙоп, беҙҙең пограничниктарға һөжүм итә. Ташкентта учебкала инем мин, Ҡытай сигендәге хәлдәрҙең ҡатмарлаша барыуын күргәс, шунда ебәреүҙәрен һорап рапорт яҙҙым.

Беренсе майҙан икеһенә ҡарата төндә беҙҙе тревога менән уятып, тимер юл вокзалына алып киттеләр. Унда барғас, хәрби техниканы платформаларға тейәгәндә үк үҙемдең тәүге ярамды алдым – ҡорос арҡан ысҡынып китеп, ҡулымдың ҡан тамырҙарын өҙҙө. Күп ҡан аҡҡан, аңымды ла юғалтҡанмын, санчасткә алып барып, иҫемә килтереп, ярамды тегеп ҡуйҙылар.

Бының менән генә бөтмәй әле йәш һалдаттың мажаралары. Бер станцияла ней арыу ғына килгән хәрби эшелон, ҡаҡҡан имән кеүек, ҡапыл ғына урынында ҡатып ҡала. Өҫкө кәштәләрҙә ятҡан һалдаттар, ергә һибелгән борсаҡты хәтерләтеп, иҙәнгә ҡолайҙар. Әсҡәт тә осоп төшөп, буржуйка мейескә башы менән бәрелә. Йәнә арыу ғына йәрәхәтләнә һалдат. Был юлы инде командирҙар Ҡорманаевты вертолет менән госпиталгә Алма-Атаға оҙатырға тигән ҡарарға килә, ләкин, үҙемдең дә һалдат тәжрибәһенән беләм, беҙҙең Башҡортостан егеттәре ныҡтар бит улар, Әсғәт госпиталгә барыуҙан ҡырҡа баш тарта. Һуғышҡа атлыға йәш һалдат йөрәге – ил һаҡларға.

Бер тәүлектән эшелон Аҡтуғай станцияһына килеп туҡтау менән дивизия коман-диры Николай Озеровҡа яңы пакет тапшыралар – тревога!

- Баштан аяҡ ҡоралланған һалдаттарҙы машиналарға тейәп, Ҡытай границаһына табан алып киттеләр, - тип хәтерләй Әсғәт Ҡорманаев. - Юлда барғанда әле тегендә, әле бында автоматтан атҡан тауыштар ишетелһә лә, беҙҙә ниңәлер ҡурҡыу тойғоһо булманы. Тәғәйенләнгән урынға килеп төшөү менән, машиналарҙан төшөп, окоптар ҡаҙырға керештек. Көнбайыштан Алатау, Көнсығыштан Барлыҡ тауҙары теҙмәһе араһындағы тар үткел – Джунгария ҡапҡаһы тип аталған урын ине. Окоптар, блиндаждар ҡаҙғанда берәү ҙә һыҡтаманы, һуҡранманы - ҡаҙырға ҡушыл-ған икән, тимәк, шулай кәрәк.

Ҡаҙағстан менән Ҡытай сигендә урынлашҡан Джунгария ҡапҡаһы 50 километр самаһын-дағы коридорҙы хәтерләтә. Үткел башланған ерҙә төньяҡта Алакүл исемле һыу ятҡылығы бар, ә көньяҡтағы күл Әбей – Нур тип атала. Шунда уҡ йәнә Жаланаш күле күҙҙең яуын алып ята. Үткелдең урта өлөшөндә Дуҫлыҡ станцияһы.

Ошо тәбиғәттең иҫ киткес матур төбәгендә киң күләмле хәрби бәрелештәр башланып китә. Тәүлек әйләнәһенә танктар, бронетранспортерҙар, баштан аяҡ ҡораллы һалдаттар тейәлгән ҡеүәтле машиналар геүләүенән ер һелкенә, ҡоштар һайрауы ла ишетелмәй хатта. Иген культуралары сәселгән баҫыуҙарҙың аҫты-өҫкә килә. Һалдат ҡына түҙә: ер тырнап тырнаҡтары итенән айырылһа ла, күп йүгереүҙән аяҡтары сейләнһә лә, үҙҙәре менән күтәреп йөрөгән көс еткеһеҙ ҡоралдан арҡа тиреләре һуйылып төшһә лә, бойороҡ бер – Тыуған илде ҡытай баҫҡынсыларынан азат итергә!

Хәрби бәрелештәр Чу йылғаһында тамамлана. Күп ыҙалар күргән ил һаҡсыларын йыуыу, дауалау, хәлдәре ауырыраҡтарын медсанбаттарға ебәреү башлана. Хатта ғүмерҙәре менән хушлашҡан һалдаттарҙың булғанлығы ла асыҡлана.

- Беҙ һуғышҡа кергәндең беренсе көнөндә генә 17 егет үлде, аҙаҡтан да ҡорбандар күп булды. Уларҙы ҡурғаш табуттарға һалып, тыуған илдәренә оҙаттылар, - тип иҫкә ала Әсғәт ағай.

Һыуыҡ окоптарҙа йәшәү, аслы-туҡлы оҙон саҡрымдар үтеү, эсер һыуҙың насар булыуы эҙһеҙ үтмәй, әлбиттә, һалдаттарҙы ваба сире аяҡтан йыға, күптәр өсөн гимнастерканың һәр бөрмәһе һайын уҡмашып торған бет тә ҙур һынауға әйләнә.

- Йылға буйында кәрәсин яғып эшләгән ялан мунсаһы ултырттылар. Башта барыбыҙ-ҙың да сәстәрен ҡырып алалар, шунан кейемдәрҙе утҡа ырғы-таһың да, мунсаға керәһең, унан сыҡҡас, яңы кейемдәр бирәләр. Беттән башҡаса ҡотолорлоҡ түгел, - ти Әсҡәт Ҡорманаев.

Мунса ғына ярҙам итмәй инде, бер һаулығың ҡаҡшаһа. Ҡорманаевтың бөйөрҙәрендә бүҫер табалар. Байтаҡ ҡына ваҡыт госпиталдә ятырға тура килә уңа.

Һуғышты сәйәсмәндәр башлай, ә ыҙаларын ябай һалдаттар үҙ иңдәрендә күтәрә. Был һуғыш та сәйәсмәндәрҙең үҙ-ара уртаҡ тел таба алмағанлығынан башланып китә лә инде. Сентябрь айында ҡораллы бәрелештәр туҡтаһа ла, эҙемтәһе оҙаҡ йылдарға етә әле уның. 1969 йылдың сентябрь-октябрь айҙарында СССР-ҙың ул ваҡыттағы Министрҙар Советы рәйесе Алексей Косыгин бер нисә тапҡыр Ҡытай Халыҡ Республикаһы лидерҙары менән осраша. Ул ваҡытта туҡталған ҡан-ҡойошҡа 2001 йылда ғына нөктә ҡуйыла – Рәсәй Даманскийҙағы бәхәсле территорияны тулыһынса Ҡытайға тапшырыу тураһындағы Килешеүгә ҡул ҡуя.

Ҡытай бөгөн өнһөҙ генә Рәсәйҙе баҫып килә. Барып күргән кешеләрҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, Алыҫ Көнсығыштан Байкалға тиклем ҡайҙа ҡарама ҡытай кешеләре сауҙа итә, урман ҡырҡа, балыҡ ҡаптыра, кейек аулай. Былтыр Мәскәүҙә Рәсәй журналистарының съезында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Ҡытайҙарҙың хатта илебеҙ йөрәген баҫып килеүҙәренә үҙем дә шаһит булдым. Беҙ, әлбиттә, ҡунаҡсыл халыҡ. Тик берүк Әсғәт ағай Ҡорманаев, уның тиҫтерҙәре күргән ыҙаларҙы хәҙерге йәштәр күрмәһен инде. Берүк бөгөн туғандар тип ҡабул иткән ҡытайҙар илебеҙгә күҫәк күтәреп кермәһен.


Читайте нас: