газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Май 2019, 10:36

Аҡса бирелә, мөхит яҡшыра

Башҡортостан ҡала-райондарында йәшәү шарттарын яҡшыртыуға 200 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтеү ҡарала. Уның 70 проценты федераль һәм республика ҡаҙнаһынан,30 проценты бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан булырға тейеш.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров билдәләүенсә, төбәк проекттарын бойомға ашырыу сиктәрендә был аҡсалар быйыл уҡ эшләй башлаясаҡ. «Владимир Путиндың Май указдарына ярашлы, киләсәктә федераль ҡаҙнанан был маҡсатҡа бүленәсәк аҡсалар бермә-бер артасаҡ», - тип белдерҙе Радий Фәрит улы.

“Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу өсөн, мәҫәлән, 2019 йылда 1,4 млрд һумға йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү планлаштырыла. Барлыҡ 63 район һәм ҡалала 142 биләмәне яңыртыу билдәләнә.


Читайте нас: