газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Май 2019, 11:03

Яҙҙыҡ, белемебеҙҙе тикшерҙек

Уҙған аҙна теләге булған һәр кем башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһында ҡатнаша алды. Уны үткәреү тураһындағы ҡарарға республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйғайны. Етәксе үҙе лә башҡалар менән бер рәттән ултырып диктант яҙҙы.

Беҙҙең ҡалала 20 май-ҙансыҡ үҙ ишектәрен асты. Шуларҙың иң ҙуры 25-се баш-ҡорт гимназияһында булды.

- Сараның халыҡ-ара кимәл-гә күтәрелеүе ҙур ҡыуаныс. Төп маҡсаты - телде һаҡлау һәм яҡлау, башҡорт халҡының милли мәҙәнилеген таратыу. Гимназия ҡала буйынса диктант яҙыу үҙәге булып тора. 152 кеше белемен һынарға теләк белдерҙе. Бында уҡытыу-сылар, уҡыусылар, ата-әсәләр, йәмәғәт ойошмалары, ҡоролтай ағзалары, ҡала халҡы һәм 19 етәксе ҡатнаша, - тип һөйләне белем усағының директоры Гөлфиә Дәүләтҡолова.

«Ағинәйҙәр» йәмәғәт ойошмаһына йөрөүсе матур апайҙарҙың сараға милли костюмдарҙа килеүе, ҡунаҡтар-ҙы ҡумыҙ уйнап ҡаршы алыуы байрам бәҫен тағы ла күтәрҙе.

Уҡыу йортонда барыһы алты аудитория эшләне. Хеҙмәт бурыстарымды ҡалдырып, үҙем дә, мәктәп йылдарын иҫкә төшөрөп, ҡулыма ҡағыҙ бите, ручка алып, парта артына ултырҙым. Диктант өсөн Салауат Әбүзәровтың “Ағыла ҡурай моңо...” тигән тексы һайлап алынған. Текст һүрәтләүгә бай, автор әҫәрҙе хис-тойғоларға бирелеп яҙған. Шуның өсөн тыныш билдәләренә ҡарата бик иғтибарлы булырға кәрәк ине. Тексты уҡыған ҡала мәғариф идаралығы начальнигы Фруза Хәбибуллина интонация, ым-ишаралар менән һәр һөйләмдең нисек яҙылырға тейешлеген дөрөҫ аңлатырға тырышты. Ул телде ихтирам итеп сарала ҡатнашырға теләк белдергәндәре өсөн барыһына ла, айырыуса оло баштарын кесе итеп килгән өлкән йәштәгеләргә, рәхмәт әйтте.

- Телебеҙҙе хөрмәт итеүгә һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән бындай саралар бик кәрәк, тип иҫәпләйем. Был көндө Башҡортостан халҡы ғына түгел, ә бөтә донъя диктант яҙҙы. Мәҫәлән, Америка, Канада, Нью-Йорк, Австра-лиянан да ихлас ҡушылдылар. Шуға ла текст барыһы өсөн дә бер түгел - телде яҡшы белгәндәр һәм башланғыс кимәлдәгеләргә айырым әҙерләнгәйне. Һүҙҙәр һаны ла төрлөсә. Тәүгеһендә 266 һүҙ, икенсеһендә - 157-нән ашыуыраҡ. Ҡатна-шыусыларҙың йылдан-йыл артыуы бик ҡыуандыра. Былтыр 100 кеше булһа, быйыл - 1230. Һөҙөмтәләрҙән күренеүенсә, 747 кеше “4” һәм “5” билдәләренә яҙған. Өлгәшеү - 89, сифат 60 процент, - ти уҡытыу-методика үҙәгенең туған телдәр буйынса методисы Зөлфиә Хәсәнова.
Читайте нас: