газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Май 2019, 11:19

Әлегә өсөнсө, беренсе лә булырбыҙ

Өфөлә «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр берлеге» ассоциацияһының VIII съезы үтте. Һигеҙенсе тапҡыр ойошторолған сара район-ҡалаларҙан 900-гә яҡын делегатты берләштерҙе һәм “Көслө муниципалитеттар - көслө Башҡортостан” девизы аҫтында уҙҙы.

Съезда ҡанашыусыларҙы Республика Башлығы вазифа-һын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тәбрикләп, муниципаль хеҙмәткәрҙәр алдында торған аныҡ бурыс-тар менән таныштырҙы. Рес-публика етәксеһе киләсәктә лә ошо тиҙлектә һәм алға ҡуйған маҡсатта эшләүен дауам итәсәген, шулай уҡ талаптарҙың артабан арта ғына барасағын белдерҙе. Мәҫәлән, Өфөлә әле саңға, юлдарҙағы соҡорҙарға ҡаршы көрәш барһа, уларҙы хәл итеп бөтөүгә яңы маҡсаттар, талаптар ҡуйыласаҡ. Уның һүҙҙәренсә, залдағылар шуны ныҡлы аңларға тейеш: респуб-ликаның именлеге, халыҡтың лайыҡлы тормошо төбәк һәм муниципаль властың берҙәм эшенә бәйле.

- Һәр эштә һөҙөмтә булырға тейеш. Халыҡ буш һүҙҙән, алдаҡтан ялҡҡан. Әгәр эшләй алмаһығыҙ, вәғәҙә бирмәгеҙ, - тине республика етәксеһе.

Съезд барышында Радий Хәбиров дәүләт наградаларын һәм “Республиканың иң яҡшы муниципаль берәмектәре” конкурсының төрлө номинация призерҙарын да ҡотланы.

- Беҙҙең муниципалитеттар ниндәй генә булмаһын, һәр кемдән фиҙаҡәр хеҙмәт итеүҙе, юғары эшлекле һәм кешелек сифаттарын талап итә. Һеҙҙең асыҡлыҡ, кешеләрҙе тыңлай белеүегеҙ, уларҙың тормошо өсөн мөмкин булғандың барыһын да тәьмин итергә тыры-шыуығыҙ баһалап бөткөһөҙ. Эшегеҙгә тоғролоғоғоҙ, үҙегеҙҙе кешеләргә хеҙмәт итеүгә бағышлауығыҙ өсөн рәхмәт, - тине республика етәксеһе.

“Муниципаль кимәлдә милләт-ара татыулыҡты нығытыу һәм милли сәйәсәт өлкәһендә башҡа төрлө сараларҙы тор-мошҡа ашырыу” номинация-һында Салауат ҡалаһы өсөнсө урын алыуы уңайынан ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлиловҡа диплом тапшырылды. Шулай уҡ “Башҡортостан Рес-публикаһы ҡала округының иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәре” номинацияһында ҡала хаки-миәтенең баш архитекторы-хакимиәттең архитектура һәм ҡала төҙөлөшө бүлеге начальнигы Ринат Абдрахманов өсөнсө урынға лайыҡ булды.

Съезда подъездарҙы, юл-дағы соҡорҙарҙы ремонтлау һәм башҡа мәсьәләләр ҡарал-ды. Республика етәксеһе рес-публиканың көслө командаһы алдына яңы бурыстар ҙа билдәләне. Илдең башҡа субъекттарында ҡулланылған иң яҡшы муниципаль практи-каларҙан тәжрибә алыу, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫте-реү, федераль программаларҙа тағы ла әүҙемерәк ҡатнашыу мөһим. Өҫтәүенә аҡса эшләргә, инвестициялар йәлеп итергә өйрәнергә, бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам күрһәтергә кәрәк.


Читайте нас: