Фәниә Сатучина ҡалала үҙенең шиғырҙары менән күптәргә таныш. Мәҡәләмә уның «Мөхәббәт» исемле шиғырының юлдарын һайлауым да осраҡлы түгел. Ул гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, даими яҙылыусыһы. 15 майҙа Ғаилә көнө билдәләнеү сәбәпле, уның ғаиләһе менән танышыуҙы кәрәк тип таптыҡ.
Фәниә һәм Нурлығаян Сатучиндар парлы ғүмерҙәренең бишенсе тиҫтәһен ваҡлай. Яҡты, йылылыҡ бөркөлгән киң йортта хужабикә иптәшенең эштән ҡайтыуына тәмле ризыҡтар әҙерләй, йүгерә-йүгерә табын ҡора. Тиҙҙән йорт хужаһы ла күренде. Әңгәмәбеҙ һый-ниғмәт тулы сәй төҫтәле артында дауам итте.
- Мин малайҙарға ни өсөндөр бик юғарынан ҡарай инем. Шундай икәнемде белеп, Нурлығаян хәйләһен әҙерләп мине оҙатырға килгән. Миңә эйәреп килмә, тип ҡаты итеп әйтеүемә: “Юҡ та инде, Таһир ағайың ғына һине ҡараңғыла ҡапҡаға хәтлем илтеп ҡуйыуҙы һорағайны, шуны ғына башҡарам”, - ти. Мин ышандым. Ике, өс тапҡыр шулай шәп кенә ҡайттым һаҡсы менән. Бер заман клубтан ҡайтырға торам, ә ул мине күрмәй, иптәштәре менән һөйләшеп тора. Барҙым да: “Ҡайтам бит, нишләп тораһың?” - тим. Ул ҡанатланып китте, ә егеттәр: “Тәким алдап ышандырған әй”, - тип геү килеп көлөштөләр. Фәниә миңә ҡаршы булмаясаҡ, тип егеттәргә маҡтанған икән. Хәйләһен аңлап, ҡыуа башланым. Ә ул: “Ярар, китермен, тик бер генә һүҙемде тыңла әле”, - ти. “Әйт”, - тим. “Ярар, иртәгә әйтермен, әле һин мине тыңларға әҙер түгел”, - ти. “Төнө буйы нимә әйтер икән тип баш ватайыммы хәҙер”, - тим. Ә ул үҙен йәлләтеп: “Ҡуй, мин кем инде һинең өсөн, ят та йоҡла. Тыныс йоҡо”, - ти. Иртәгәһен клубҡа сыҡманы. Яйлап шулай дуҫлашып киттек тә, бөгөнгө көнгә килеп еттек, - тип хәтирәләр йомғағын һүтә Фәниә апай.
Хәләленең һөйләгәндәрен йылма-йып ҡына тыңлап ултырған Нурлығаян ағай ҙа һүҙгә ҡушыла:
- Фәниәмдең ағаһы Таһир мәрхүм менән бер класта уҡыныҡ, барғылап йөрөгәндә үҙен йыш күрә инем. Ул ваҡытта уҡ был ҡыҙ минеке буласаҡ, тигән уйҙар инеп оялағайны инде күңелгә. Шунан тансынан ҡайтҡанда яйлап оҙата башланым. Дөрөҫ, йөҙ генә метр оҙата барыу өсөн дә апайығыҙҙан үтенеп-үтенеп һорарға кәрәк ине (көлә). Яйлап дуҫлыҡ мөхәббәткә әйләнде. Армияға оҙатып ҡалды, көтөп алды, ҡайтып ярты йылдай үткәс, өйләнештек. Шунан бирле беҙ бергә.
Сатучиндар тормош көтөү - диңгеҙ кисеү, ә диңгеҙҙәр тормай тулҡынһыҙ, тип иҫәпләй. Бер һүҙҙән булған парҙар ғына ауырлыҡтарҙы еңеп сыға ала, тигән фекерҙә.
- Ирҙәр - ғаилә тотҡаһы тип маһайһаҡ та, ысынында иһә, күп нәмә ҡатындан тора. Фәниәмдең алтынға бәрәбәр холҡо, күңелендәге эрен кеүек тулышҡан ауыр кисерештәрҙе, һытылырға ирек бирмәй, йомоп ҡала белеүе, юморға бай күңеле бөгөнгө көндәге бәхетле ҡартлығыбыҙҙың нигеҙе инде. Ҡыҙҙар өсөн дә ысын дуҫ, әхирәт булды, эс-бауырҙарына үтеп, серҙәрен асыҡланы. Мин, атай булараҡ, талаптарҙы ҡатыраҡ ҡуйҙым. Балаларыбыҙ, шөкөр, аҡыллы, тәртипле булып үҫте. Хәҙер уларҙың, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең шатлығына һөйөнөп ултырабыҙ, - ти Нурлығаян Фәррәхетдин улы.
- Ауыр һүҙҙәр әйтеп, бер-береңде рәнйетеп, тауыш сығарыу, өйҙә буран уйнатыу килешкән эш түгел. Һиңә бит ул кеше менән артабан йәшәргә. Һуңынан күҙенә нисек ҡарамаҡ кәрәк? Иптәшем түҙемле, эсендә ҡайнаған ярһыуҙарын тышҡа сығармай. Иң мөһиме, бер-береңде тыңлай, ишетә белергә кәрәк. Мин-минлегеңде күрһәтергә маташыу бер ваҡытта ла ыңғай һөҙөмтәләргә ирештермәй. Ата-әсәйҙең дөрөҫ юл күрһәтә, яҡшы кәңәш биреүе лә бик мөһим, - ти Фәниә Таштүрә ҡыҙы.
Сатучиндарҙың икеһе лә хеҙмәт алдынғылары. Нурлығаян ағай тәүҙә комбинатта, һуңынан СНХРС-та эшләһә, Фәниә апай бар ғүмерен кешеләрҙең һаулығын һаҡлауға бағышлаған - шәфҡәт туташы булып хеҙмәт иткән. Пенсияла булһа ла, тик ултырырға яратмаған Нурлығаян ағай һаман эштә, ә кистәрен, ял көндәрен тыуған ауылдарының шәжәрәһен төҙөү менән мәшғүл. Фәниә апай иһә күңелендә бөрөләнгән шиғырҙарын ҡағыҙ биттәренә теркәй.