газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Май 2019, 11:24

Күҙ йәштәре аша - Еңеүгә

Бөйөк Еңеүгә быйыл 74 йыл тулды. Илебеҙҙә ярты быуаттан ашыу тыныслыҡ, именлек хөкөм һөрөүе һөйөндөрһә, тыуған яғының яҡты киләсәге, халҡының бәхетле тормошо өсөн ҡанын ҡойған һуғыш ветерандары сафының һирәгәйеүе күңелдәрҙе ҡыра. Әммә Бөйөк көн һәр йыл иң ҙур байрам булып билдәләнә. Быйылғы 9 Май байрамы Салауат халҡы хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр тип ышанғы килә. Сөнки байрамда ҡатнашҡан халыҡтың күплегенә ҡарап, уның ойошҡанлыҡ менән үткәне билдәле ине.

Ваҡыт капсулаһы

2015-тә, Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләгән йылда, ял һәм мәҙәниәт паркы территорияһында Ваҡыт капсулаһы һалынғайны. Уны асыу 2045 йылдың 9 майына ҡаралған.

Салауат ветерандары Еңеү байрамы алдынан капсула янында йыл да патриотик акциялар һәм митингтар үткәреү башланғысы менән сыҡты. Был идея йылы ҡабул ителде - 7 майҙа йәштәр һәм студенттар ҡатнашлығында тантаналы митинг үтте.

Бынан тыш, ветерандар 9-сы мәктәп янындағы иҫтәлекле стеллаға, Рәсәй Геройҙары Алексей Сухоруков, Василий Бекетов, Владимир Трубанов ҡәберҙәренә лә сәскәләр һалды. «Юрматы ере» мемориаль комплексында ла ҙур сара үтте.

Бөйөк Еңеү көнөндә сағыу ҡояш нурҙары байрам кәйефен өҫтәне. Ветерандар был көндө ҡаланың төрлө иҫтәлекле урындарында булды. «Мәңгелек ут» һәйкәленә сәскәләр һалыуҙа ҡатнашты. Иртә менән Ленин исемендәге майҙан халыҡ менән шығрым тулғайны. Артабан миҙалдарын сыңлатып автобустарҙан олатайҙар килеп төштө. Сәстәренә күптән сал ҡунған ветерандарҙың күҙҙәренә йәш тулды, сөнки халыҡ уларҙы дәррәү алҡышлап ҡаршы алды.

лауат халҡын оло байрам менән ҡотланы.

- Салауатта барлығы 72 ветеран йәшәй. Был көндәрҙә ихлас рәхмәт һәм хөрмәт һүҙҙәре һеҙҙең өсөн яңғырай, ҡәҙерле ветерандар! Һеҙ Тыуған илебеҙҙең иреклеген яҡланығыҙ, донъяны фашизмдан азат иттегеҙ, илдең ҡеүәтен ҡайтарҙығыҙ һәм нығыттығыҙ, тыныс көндәрҙә лайыҡлы хеҙмәт иттегеҙ һәм бына инде күп йылдар өлгө булып, балаларҙы, ейән-ейәнсәрҙәрҙе һәм бүлә-бүләсәләрҙе яңы ҡаҙаныштарға дәртләндерәһегеҙ. Ысын күңелдән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, именлек һәм изгелектәр теләйем! Еңеү көнө менән! - тине ҡала башлығы.

Бишенсе йыл рәттән үткән «Үлемһеҙ полк» акцияһында Салауаттан быйыл 6 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Халыҡ сараға туғандарының, яҡындарының фотоһүрәттәрен тотоп сыҡты.
Читайте нас: