газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Май 2019, 11:40

Исем - ғүмер юлдашы

Ҡалабыҙҙың «Аҡ ҡалфаҡ» татар ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы, «Әннәби» мәсете менән берлектә, Салауат башҡорт драма театрында «Исем - ғүмер юлдашы» тип аталған бик матур, фәһемле һәм шул уҡ ваҡытта бик урынлы ла сара үткәрҙе.Унда мәртәбәле ҡунаҡтар, уҡытыусылар, уҡыусылар, студенттар саҡырылғайны.

Ҡалабыҙҙың «Аҡ ҡалфаҡ» татар ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы, «Әннәби» мәсете менән берлектә, Салауат башҡорт драма театрында «Исем - ғүмер юлдашы» тип аталған бик матур, фәһемле һәм шул уҡ ваҡытта бик урынлы ла сара үткәрҙе.Унда мәртәбәле ҡунаҡтар, уҡытыусылар, уҡыусылар, студенттар саҡырылғайны.

Фойела күҙ яуын алырлыҡ ҡалпаҡтар күргәҙмәһе эшлә-не. Гүзәл заттар оҫта ҡуллы Ә.Йәнғоҙаҡова ханымды һырып алып, ҡалпаҡтарҙы эшләү серҙәре менән ҡыҙыҡһынды. Уның хеҙмәт емештәрен һатып алыусылар ҙа булды.

Халыҡ залға ингәс исемдәр, Башҡортостандың 100 йыллығы тураһындағы фотоларҙан слайд ҡараны.

Исемдәрҙең була төрлөләре,

Берәүҙәре күркәм иткәне,

Ҡайһыларын сая, гүзәл, уңған,

Ҡайһылары шаян иткәне.

Исеме есеменә тура килгән,

Тиеп ҡайһы саҡ хайран ҡалалар.

Сабый тыуғас матур исем бирһәк,

Кәмһенмәҫтәр ине балалар.

«Аҡ ҡалфаҡ» ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ғаилә ҡиммәттәренә иғтибарҙы көсәйтеү, тәрбиәле балалар үҫтереү, тел һәм милли мәҙәниәтте үҫтереү, дини ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йоллаларҙы һаҡлап ҡалыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Бына өс йыл инде нәҡ шуның өҫтөндә эшләй. Сараға саҡырылған ҡунаҡтар араһында ҡала хакимиәте бүлеге етәк-сеһе Р.Кирәев, Башҡортостан-дағы «Аҡ ҡалфаҡ» татар ҡатын-ҡыҙҙар берлегенең етәксеһе Л.Вафина, БДУ-ның Стәр-летамаҡ филиалы профессоры И.Сырова, ҡалабыҙҙың тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы экскурсоводы В.Боха-рина, ЗАГС бүлеге мөдире Л.Әлибаева, Өфө, Стәрлета-маҡ райондарынан вәкилдәр бар ине. Улар үҙҙәренең сы-ғыштарында Салауатта ошон-дай ойошма эшләп килеүе һоҡландыра, күптәргә улар үрнәк булып тора, тинеләр.

- Һуңғы өс йыл эсендә бик күп эштәр башҡарыуығыҙ, саралар үткәреүегеҙ, йәмғиәт өсөн мөһим мәсьәләләргә иғтибар итеүегеҙ тик хуплауға, маҡтауға лайыҡ. Сараның «Әннәби» мәсете менән берлектә уҙғарылыуын белгәс тә һеҙгә ашыҡтым, - тине Люция Йәбир ҡыҙы.

Валентина Бохарина «Аҡ ҡалфаҡ» ҡалалағы иң актив ойошмаларҙың береһе, уның ағзаларының һис тә төшөнкөлөккә бирелмәй, һәр көндәрен файҙалы эштәр менән уҙғарыуҙарын билдәләне. Ул бер нисә гүзәл ханымдарға иҫтәлеккә бүләк итеп Салауат ҡалаһы хаҡындағы китапты бүләк итте.

ЗАГС бүлеге начальнигы Люция Әлибаева үҙенең телмәрендә исем ҡушыу тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, һәр дәүерҙә балаларға төрлө исемдәр ҡушыла, улар араһында иҫ киткес мәғәнәлеләре лә, шул уҡ ваҡытта ҡолаҡҡа ятмағандары ла бар. Мәғәнәле исемдәр уның эйәһенә көс өҫтәй, ә исеме дөрөҫ һайланмаһа, киреһенсә, көсөн юғалта, тиҙәр, шулай булғас, мәғәнәле исемдәр ҡушайыҡ, тине ул.

- Балаға исем һайлау ата-әсәнең иң мөҡәддәс бурысы. Исем баланың яҙмышын хәл итеүе мөмкин. Шуның өсөн бала тыуғас та исемле, уныһы аңлайышлы булһын. Исем мәсеттә аҙан әйтеп аталһа, иншаллаһ, илебеҙҙә яҙыҡ, ауыр яҙмышлы кешеләр булмаҫ, - тине Рәмил хәҙрәт Насиров.

Осрашыу барышында сәхнәлә исем ҡушыу йолаһы ла күрһәтелде. Яңы тыуған улдарына ата-әсәһе хәҙрәт саҡыртып Рамазан исеме ҡуштырҙы. Һуңынан ҡала мәсетендә дини белем алып йөрөүсе бер төркөм балалар сығып, үҙҙәренең исемдәрен әйтеп, «Фатиха» сүрәһен яттан һөйләп ишеттерҙе. Ҡалалағы йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Фәнзилә Тибеева ҡыҫҡаса эшләгән эштәренә байҡау яһап, исемдәргә аңлатмалар биреп, исемде дөрөҫ һайлауҙың балаға нисек тәьҫир итеүен тасуирланы.

- Әгәр беҙ тәртипле бала-лар үҫтерһәк, уларҙың рухын һындырмаҫлыҡ исемдәр ҡуш-һаҡ, беҙҙең киләсәк тә ыша-ныслы ҡулдарҙа булыр, - тине ул.

Осрашыуҙа яңғыраған йыр-моң сараны йәмләндереп, йәнләндереп ебәрҙе. Сараны ойоштороусылар уны уҙғарыуға ҙур ярҙам күрһәткән «Әннәби» йәмиғ мәсетенә, драма театрына һәм башҡа иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарға рәхмәттәрен еткерҙе.

Флүрә Хәзиева
Читайте нас: