газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Май 2019, 11:35

Дан йырлайҙар яугирҙарға

Еңеү көнө уңайынан 4-се холоҡ төҙәтеү колонияһында ҙур сара үтте. Тәүҙә учреждения тарихында тәүге тапҡыр хөкөм ителеүселәр олатайҙарының, яҡындарының фотоһүрәттәре менән «Үлемһеҙ полк»та үтте. Эске хеҙмәт ветерандары һәм шәхси составтан торған колонна ла был акцияла дәррәү ҡатнашты.

Кадрҙар бүлеге начальнигы, эске хеҙмәт майоры Константин Славченко әйтеүенсә, был саралар йәштәрҙә илһөйәрлек, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына хөрмәт тәрбиәләй.

Иректән мәхрүм ителеүселәр хәрби темаға йырҙар башҡарҙы. Колонияның начальник урынбаҫары, эске хеҙмәт полковнигы Игорь Климкович стена гәзиттәрен эшләүселәр һәм шиғыр һөйләүселәр конкурсының еңеүселәрен т`брикләне, бүләктәр таратты.

4-се холоҡ төҙәтеү учреждениеһында иркенән мәхрүм ителгән Дмитрий Спиридонов үҙенең тәьҫораттары менән бүлеште:

- Бөйөк Еңеү хаҡындағы иҫтәлек быуаттан-быуатҡа нығынһын, бар донъялағы тыныслыҡ һөйөүсе кешеләрҙе берләштерһен. Бөйөк Еңеү өсөн ғүмерҙәрен аямаған батырҙарға мәңгелек дан! Ҡаһарман ветерандарыбыҙға һаулыҡ, оҙон ғүмер, тыныслыҡ, шатлыҡ ҡыуаныстар һәм бәхет теләйбеҙ!

Сарала яңы эшкә килгән хеҙмәткәрҙәр хәрби ант бирҙе. Шулай уҡ был көндө колония начальнигы, полковник Сергей Исахин өлгөлө хәрбиҙәргә наградалар тапшырҙы.

Читайте нас: