газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2019, 12:05

Ҡоролтайға әйтер һүҙем бар

ҒӘМҺЕҘЛЕК АҢЫБЫҘҘЫ ТОМАЛАҒАН

Һәр ваҡыт беҙҙең республикабыҙҙың исемен боҙоп әйтәләр. Был айырыуса телевидение тапшырыуҙарында күҙәтелә. Мәскәү программаларында ишетелһә, ни асыу, юҡ үҙебеҙҙең “Россия 24 – Башҡортостан” каналы журналистары шулай һөйләй. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Сәләм” программаһында ла йыш ҡына “Башкирия” тип һөйләгәндәрен ишетергә тура килә. Беҙҙең ҙур вазифа биләгән күп кенә етәкселәр ҙә был йәһәттән Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын боҙоуға юл ҡуя. Сөнки Төп Законда аҡҡа ҡара менән республикабыҙҙың исеме “Башҡортостан” тип яҙылған. Бер ук ваҡытта Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгән ҡунаҡтар Атайсалыбыҙҙың исемен тулы итеп әйтә. Шул ваҡытта йөрәккә йылы булып китә, күңелдәрҙә ғорурлыҡ хистәре уяна.

Тағы бер проблема: күп кенә юл күрһәтмәләрендә ауыл-ҡалаларҙың, йылғаларҙың исемдәре бер генә телдә – русса яҙыла. Һуҡайлы йылғаһын, мәҫәлән, “р.Сухайля” тип яҙып эләләр, Ашҡаҙарҙың да башҡортса атамаһы яҙылмай. Ағиҙелебеҙ күптән “Белая”ға әйләнде. Мәгәр беҙ шуңа иғтибар ҙа итмәйбеҙ, талап та ҡуймайбыҙ. Ғәмһеҙлек аңыбыҙҙы томалаған.

Ғ.Сәлихова.
Читайте нас: