газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2019, 12:03

Кредит ҡаплауға 450 мең ал!

Быйыл Рәсәй Хөкүмәте күп балалы ғаиләләргә ипотеканы ҡаплау өсөн 15 миллиард һумға тиклем аҡса бүлергә планлаштыра. Максималь түләү 450 мең һум булыуы ихтимал. Тейешле ҡарар проекты Рәсәйҙең Финанс министрлығы тарафынан эшләнгән.

Күҙалланыуынса, программала 2019 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 31 декабренә тиклем ғаиләләрендә өсөнсө һәм унан күберәк бала тыуыуы уңайынан торлаҡ кредиты алған граждандар ҡатнашасаҡ. Ошо уҡ ҡағиҙәләр уллыҡҡа бала алғандарға ла ҡағыла.

Мәғлүм булыуынса, ил Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә ошондай башланғыс кәрәклеге хаҡында әйткәйне. Ул шулай уҡ балалы ғаиләләргә түбән ипотека ставкаһы булдырыу мөһимлеген дә белдерҙе.
Читайте нас: