Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Май 2019, 13:04

Тыныс тормош, аяҙ күк, бәхетле бала саҡ бүләк итеүселәр

Бөгөнгө кешелек донъяһына тыныс тормош, аяҙ күк, бәхетле бала саҡ бүләк иткән ҡәҙерле ветерандар, тыл хеҙмәткәрҙәре!

Һеҙҙең барығыҙҙы ла Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығы уңайынан ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм һеҙҙең тиңһеҙ батырлығығыҙ алдында баш эйәбеҙ. Беҙ, Миңлеғәле Шайморатов, Шакирйән Мөхәмәтйәнов, Таһир Күсимов, Муса Гәрәев вариҫтары, атай-олатайҙарыбыҙҙың илебеҙ азатлығы өсөн түккән ҡанын, ҡаһарманлыҡтарын бер ҡасан да онотмаҫбыҙ һәм быуындан-быуынға тапшырырбыҙ.

Һеҙгә иҫәнлек, сәләмәтлек, бәхет теләйбеҙ!

Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты.


Читайте нас: