Совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында еңеүенә 74 йыл тулды. Ошо йылдар арауығында беҙ быға ҡәҙәре кешелек тарихында тиңе булмаған ҡәһәрле һуғышта Ватаныбыҙҙың азатлығын тәьмин иткән, фашист илбаҫарҙарынан үҙҙәренең ғаиләләрен, йорттарын һаҡлап ҡалған, беҙҙең ауылдарыбыҙға һәм ҡалаларыбыҙға йәшәү бәхете бүләк иткән кешеләргә ҡарата тәрән ихтирам һаҡлайбыҙ һәм уларҙы хөрмәт итәбеҙ.
Һеҙҙең тиңһеҙ батырлыҡтарығыҙ илебеҙ тарихына алтын хәрефтәр менән мәңгелеккә уйып яҙылған, хөрмәтле ветерандар. Беҙ һәм беҙҙән һуң килгән быуындар, әллә нисәмә йылдар үтһә лә, һеҙҙең ҡаһарманлыҡтарҙы бер ҡасан да онотмаясаҡ. Ошо афәттә баштарын һалған миллиондарса ҡорбандар ҙа үлмәгән – улар мәңгегә беҙҙең сафтарҙа. Улар Үлемһеҙ полк сафтарында Бөйөк Еңеү яҙын беҙҙең менән бергә ҡаршылай. Улар замандаштарыбыҙҙың йөрәктәрендә йәшәй.
Барлыҡ салауаттар исеменән һеҙҙе 9 Май – Бөйөк Еңеү байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Һеҙгә һәм һеҙҙең яҡындарығыҙға ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, изгелек һәм бәхет, еребеҙҙә һәр ваҡыт тыныслыҡ булһын, тип теләйем!